Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2023, 15:00

Аҡылландым...

.

Аҡылландым...
Аҡылландым...

Аҡылландым... Ҡыҫып ҡулдарыма
Сабырлыҡтың алтын теҙгенен,
Юл ҡуймайым юҡҡа борсолоуға,
Күңел тыныслығын тергеҙеп.

Аныҡ тоям, ғүмер берәү генә,
Ҡабатланмай уның минуты.
Насар уйҙар менән һүрелтмәйем
Күңелдәге серле бер утты.

Күптән зарланмайым, иламайым,
Сәбәптәре лә юҡ, шикелле.
Ауыр һүҙгә, ғәмһеҙ ҡараштарға
Рәнйеүҙәрем хәҙер икеле.

Оноттом мин бәхәс - ыҙғыштарҙы,
Янып - көйөп иҫбат итеүҙе
Әгәр килешмәһәм, артыҡ күрәм
Һүҙһеҙ генә ситкә китеүҙе.

Аҡылландым... Серҙәр эҙләмәйем,
Йондоҙҙарҙан, ҡояш йә айҙан.
Күккә бағам киткәндәрҙе һағынып,,
Йәки һаулыҡ һорап Хоҙайҙан...


 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Сәкинә Тотманова
Читайте нас: