Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2023, 12:00

Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек

13 сентябрҙә Ишембайҙа 1941 йылда фашист тылына ебәрелгән разведка-диверсия төркөмө ағзаһы, Советтар Союзы Геройы Зоя Космодемьянскаяның тыуыуына 100 йыл уңайынан «Тере тарих. Геройға өс аҙым» төбәк-ара проекты старт алды.

Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек
Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек

Сара сиктәрендә ҡаланың 3-сө, 11-се мәктәп етәкселеге, уҡытыусылары һәм уҡыусылары тарафынан митинг ойошторолдо. Шулай уҡ унда абруйлы ҡунаҡтарҙан тарих фәндәре кандидаты, «Бастион» илһөйәрлек тәрбиәләү клубы автоном ирекле булмаған ойошма етәксеһе Марат Тикеев, мәғариф идаралығы начальнигы Илшат Исмәғилев һәм махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе Иван С. ҡатнашты.

- Был проект ҡаланың 3-сө мәктәбе, Стәрлетамаҡтан «Бастион» илһөйәрлек тәрбиәләү клубы һәм Псков өлкәһенән «Невель тарихи музейы» менән берлектә башҡарылды. Шуға ла ул төбәк-ара тип атала. Сара сиктәрендә һәйкәл янында АR - тулыландырылған ысынбарлыҡ гиды урынлаштырылды. Уны эшләтеү өсөн геолокация мәғлүмәтен, гироскоп һәм компас мобиль ҡоролмаһына беркетелгән сараларҙы файҙаланырға кәрәк, - тип уртаҡлашты Марат Данис улы. – Зоя Космодемьянская батырлыҡ күрһәткән урынға сәйәхәт ҡылыу өсөн мобиль ҡорамалдың камераһын QR-кодҡа йүнәлтергә кәрәк. Нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында инстукцияла күрһәтелгән. Шулай итеп, теләгән һәр кем АR - тулыландырылған ысынбарлыҡ гиды ярҙамында фашистар Зоя Космодемьянскаяны язаланған Петрищево (Мәскәү өлкәһе) ауылына виртуаль сәйәхәт итә ала.

Зоя Космодемьянскаяның һәйкәле янында уҙғарылған митингта мәктәп уҡыусылары алдында 3-сө мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы, әлеге мәлдә махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан Иван С. тулҡындырғыс сығыш яһаны.

- Мин был мәктәпте 20 йыл элек тамамланым. Беҙ уҡыған саҡта ла Зоя Космодемьянскаяның батырлығы тураһында белеп үҫтек, бында төрлө саралар үткәрә торғайныҡ, - тине яҡташ яугир. – Герой булып тыумайҙар, ә герой  исемен яулайҙар. Зояның ҡаһарманлығы миҫалында күпме быуын тәрбиәләнде һәм тәрбиәләнәсәк тип ышанам. Беҙҙең ил геройҙары – ысын геройҙар. Улар хаҡында хәтерҙе юйырлыҡ түгел, тарихты ла кире күсереп яҙып булмай. Махсус хәрби операция зонаһында күпме яугир геройҙарса һәләк булды, улар бар һәм буласаҡ. Иң мөһиме, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, балалар имен булһын.


Автор фотолары.

Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек
Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек
Данлыҡлы Петрищевоға сәйәхәт итәйек
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: