

Ҡала мәҙәниәт һарайында Ҡасимов Дамир Миниза улын һуңғы юлға оҙатырға VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Александр Работяев, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, мәрхүмдең туғандары һәм дуҫтары йыйылды.
- Ул яҡшы хеҙмәттәш һәм ғаиләһенең таянысы булараҡ беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Яугирҙың әсәһенә Тыуған иленә тоғро булған лайыҡлы ул үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм уның алдында баш эйәбеҙ, - тине Александр Васильевич.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Дамир Миниза улы Ҡасимов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Уны яугирҙың әсәһенә Ишембай районының хәрби комиссары тапшырҙы.
Дамир Миниза улы 1975 йылдың 9 майында тыуған. Ишембай ҡалаһының 11-се урта мәктәбен һәм 21-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған. 2023 йылдың июнендә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Быйыл 4 сентябрҙә Украинала махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк була.
Яңы Әптек ауылының мәҙәниәт һарайы алдында махсус хәрби операция барышында һәләк булған сержант Эдуард Павлович Тихоновты һуңғы юлға оҙаттылар.
Эдуард Павлович 1975 йылдың 2 июнендә Стәрлетамаҡта тыуған. Яңы Әптек урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған. Уҡыған ваҡытта ул кластың һәм мәктәптең спорт, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан.
Хәрби хеҙмәткә Стәрлетамаҡ комиссариатынан саҡырыла, Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1995 йылда «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн» һәм Суворов миҙалдары, 2019 йылда «Кавказда хәрби хәрәкәттәр өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
2022 йылдың октябрендә махсус операцияла ҡатнашыу өсөн контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәт итеү осоронда Эдуард Тихонов тормошҡа ыңғай ҡараш өлгөһө күрһәтә, яҡшылыҡҡа ышана. Намыҫ һәм хәрби бурыс мәсьәләләренә яуаплы ҡарай.
Сержант 2023 йылдың 31 авгусында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Уның менән хушлашырға туғандары, дуҫтары, таныштары йыйыла. VII саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Депутаты Александр Работяев һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
- Бөгөн беҙҙең районда ҙур ҡайғы, - тине Азат Альберт улы. - Беҙ балаларыбыҙҙы, яугирҙарыбыҙҙы ерләйбеҙ. Эдуард Павлович ысын яугир, үҙ иленең патриоты булды. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты, фиҙаҡәрлеге өсөн бик күп дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте. Иң ҡыҙыу йүнәлештәрҙең береһендә яугир батырҙарса һәләк булды. Тыныс йоҡла, һалдат. Ауыр тупрағың еңел булһын.
Геройҙы Әптек ауылы зыяратында ерләнеләр.
Авторҙар фотолары.