Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2023, 11:00

Күршелә һыу торбаһы тишелһә, башҡалар ҙа һыуһыҙ ултырасаҡ

Йәйен ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк булып тора: эҫе көндәрҙә һыуҙы ҡулланыусылар һаны арта – күптәр үҙ ваҡытын ауылда үткәрергә тырыша, баҡсаларына һыу һибә. Һыу торбаларының иҫкереүе сәбәпле йыш ҡына Ишембай районы ауылдарында һыу баҫымының үҙгәреүе йәки һыу торбаларының тишелеүе күҙәтелә. Йәғни ауылдың бер осонда йәшәүселәр рәхәтләнеп баҡсаларына һыу һипкән мәлдә, икенселәр бөтөнләй һыуһыҙ интегә.

Күршелә һыу торбаһы тишелһә, башҡалар ҙа һыуһыҙ ултырасаҡ
Күршелә һыу торбаһы тишелһә, башҡалар ҙа һыуһыҙ ултырасаҡ

Барыһы ла нисек ҡоролған

Райондың барлыҡ ауылдарында ла тиерлек халыҡ һыу менән бушлай ҡуллана. Һыу торбалары магистрале район хакимиәте иҫәбенә үткәрелгән, сөнки ҡануниәткә ярашлы хакимиәт халыҡты һыу менән тәьмин итергә бурыслы. Дөйөм торбанан һәр кем үҙ йортона айырым һыу торбаһы һуҙып, уның эшмәкәрлеген үҙаллы тәьмин итә. Әммә йыш ҡына дөйөм мөлкәт торошо артынан берәү ҙә күҙәтмәй. Торбалар иҫкерә, тишелә. Дөйөм торбалар даими рәүештә бюджет аҡсаһына алмаштырыла, тик быға ваҡыт талап ителә. Һыу торбалары тишелгән осраҡта халыҡ белгестәр саҡыртып, торбаларҙы алмаштырғандарын көтә. Ишәйҙә, мәҫәлән, бындай осраҡта халыҡ үҙ көсө менән һыу торбаларын ремонтлай.

Әгәр ҙә йүнәтеүсе кеше булһа...

Ишәйҙә халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе бигерәк тә көнүҙәк булып тора, сөнки ауыл йылдан-йыл ҙурая, яңы шәхси йорттар төҙөлә. Шунлыҡтан иҫке инженер селтәрҙәре өҫтәмә йөкләмәне күтәрә алмай. Староста Ринат Ибраһимов һүҙҙәренсә, инженер селтәрҙәренең бер өлөшө 90-сы йылдарҙа һалынған. Уларҙы өлкән йәштәгеләр “кооператив инженер селтәрҙәре” тип йөрөтә.

- Ул ваҡытта ремонт менән кооперативтар шөғөлләнә торғайны. Торбаларҙың нимәнән эшләнгәне лә билдәһеҙ. Уларҙың торошо ла алама. Ә бына 70-се йылдарҙа һалынған торбалар әлегәсә яҡшы хеҙмәт итә. Һыу торбалары тишелгән осраҡта беҙ халыҡтан аҡса йыйып, экскаватор саҡыртабыҙ ҙа үҙебеҙ ремонтлайбыҙ. Мин үҙем
күрше ҡалалағы һыу каналында эшләнем, шуға ла ҡайҙа һәм нисек ремонтларға кәрәклеген яҡшы аңлайым, - тип аңлата Ринат Ибраһимов.

Әңгәмәсем белдереүенсә, ул Ишәйҙә төрлө йылдарҙа ҡайҙа һәм ниндәй программа буйынса һыу торбалары һалыныуын да яҡшы белә.

- 2015-2016 йылдарҙа “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә беҙгә 500 мең һум аҡса бүленде. Был аҡсаға өс километр 200 метр торба һатып алдыҡ. Үҙ аҡсабыҙға кәрәкле запас өлөштәр алып, өлөшләтә һыу торбаларын яңырттыҡ. Был эштәргә 20 көн ваҡыт китте. Баҡса, Ялан урамдарына, Көньяҡ тыҡырығына һыу үткәрелде, - ти староста.

Һыу торбалары торошон күҙәтеүсе, тишектәрен йүнәтеүсе һәм торбаларҙы яңыртып тороусы идаралыҡ компанияһын булдырыу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып тора. Әммә халыҡ был уйға ҡаршы төшә. Уларҙы һәр йортҡа иҫәпләүсе ҡорамал (счетчик) ҡуйылыуы, тимәк, ҡулланылған һыу өсөн ай һайын түләргә кәрәк булыуы ҡурҡыта. Шулай уҡ улар алдаҡсылар ҡулына эләгергә теләмәй.

Ишембай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда халыҡ йыйылышында ишәйҙәр идара итеү компанияһы хеҙмәттәренән баш тартып, халыҡ иҫәбенән торған инициатив төркөм булдырған. Был төркөм кәрәк саҡта халыҡтан аҡса йыйып, һыу торбалары селтәрҙәрен ремонтлауҙы ойошторорға яуаплы була. Әммә тәжрибәнән күренеүенсә, халыҡтан аҡса йыйыуы еңел түгел һәм ойошҡанлыҡта ла төрлө ҡатмарлыҡтар булып тора.

Яңы торбалар һалынған

Ишембай районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалыҡ, йортто иҫәпләү һәм бүлеү буйынса бүлек начальнигы Дарик Ҡорбанов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта Шихан, Үрнәк һәм Карасевка ауылдарында 19 километр һыу торбаһының 10 километры реконструкцияланған. Үҙәк һыу торбалары системаһын капиталь ремонтлау саралары сиктәрендә Тимашевка, Йәнырыҫ һәм Байғужа ауылдарында яңы һыу башнялары ҡуйылған. Бюджеттан тыш аҡсаға Арлар һәм Һайран ауылдарында яңы башнялар урынлаштырылған. Кузьминовка биҫтәһендә тоҡандырыу-тәртипкә килтереү эштәре бара. “Нефтсе” биҫтәһен һыу менән тәьмин итеү проекты әле дәүләт экспертизаһын үтә.

- Районда һыу үткәреү селтәрҙәре 1976 йылда төҙөлә башлай. Ҡолғона, Петровск, Кинйәбулат, Һайран, Арлар, Восток ауылдарында һыу торбалары яңыртылды, - тип хәбәр итте Дарик Ҡорбанов.

Бер селтәр менән бәйләнгәндәр Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалығы һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Ринат Юлғотлин билдәләүенсә, урындарҙа идара итеү компанияларының барлыҡҡа килеүе халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен ыңғай яҡҡа хәл итәсәк.

- Мин шулай уҡ халыҡҡа “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһын әүҙем ҡулланырға кәңәш итер инем, - тине Ринат Урал улы.

Быйыл был программа буйынса Байғужа, Һайран, Этҡол, Ишәй, Скворчиха ауыл биләмәләрендә һыу торбалары яңыртыла. Һәр осраҡта ла үҙ нескәлектәре бар, әлбиттә. Ринат Ибраһимов һүҙҙәренсә, мәҫәлән, ишәйҙәргә был программала ҡатнашыу еңелдән тура килмәгән. Шартҡа ярашлы, бүленгән аҡсаның 15 процентын халыҡ үҙе йыйырға бурыслы. Был яҡынса һәр кешенән 1000 һум аҡса тура килә. Һәр кем кеҫәһенән был сумманы сығарып һалырға әҙер булмай сыға: берәүҙәр һүҙҙәренсә, уларҙың урамында һыу торбалары тишелмәй, тимәк, уларға торба алмаштырыу ҙа талап ителмәй. Икенселәр һыу торбалары тишелгәс кенә аҡса түләргә әҙер.

- Халыҡҡа шуны аңлатырға тырышам: күрше урамда һыу торбаһы тишелә икән, тимәк, башҡалар ҙа һыуһыҙ ултырасаҡ. Сөнки һыу селтәре уртаҡ, - ти Ишәй старостаһы Ринат Ибраһимов. – Төрлө хәлдәр йыш булып тора. Быға аптырайһы ла түгел, сөнки торбала ялғау өҫтөндә ялғау (хомут). Экскаваторҙың бер сәғәт эше 2500 һум тора. Ҡайһы ваҡытта ике тапҡыр түләмәү һәм бер юлы йүнәтеү өсөн йәнә башҡа урында торбаның тишелгәнен көтөргә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан халыҡ барыбер һыуһыҙ ҡалғас ҡына аҡса биреүҙе үҙ итә. Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко һүҙҙәренсә, ауыл халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына үҙе теләп ҡушылған. Быға тиклем 2019 һәм 2022 йылдарҙа программа ярҙамында һыу торбаларының күпселек өлөшө яңыртылған да инде. Быйыл бер километр 313 метр селтәр 1670 мең һумға реконструкциялана. Бынан тыш, уҙған йылда ике янғын һүндереү гидранты ҡуйылһа, быйыл ике насос һатып алынған.

- Әгәр ҙә беҙ йәнә ике тапҡыр был программала еңеп сыҡһаҡ, Скворчиха ауылында тулыһынса һыу торбаларын яңыртасаҡбыҙ, - ти Сәлимә Герасименко. – Ауыл халҡына аңлы ҡараш, әүҙем булғандары, ә бағыусыларға һәр ваҡыт ярҙам итеп торғандары өсөн рәхмәтлемен.

Башлыҡ һүҙҙәренсә, бағыусылар аҡсалата ғына түгел, кәрәкле материал, эшсе ҡулдар һәм ҡорамалдар менән дә ярҙам итә. Уларҙың иҫәбенә һыу һурҙырыу станцияһының ҡыйығы ремонтланған, янғын депоһына һыу үткәрелгән. Быйыл станцияны кәртәләү эштәре бара. Ләкин Скворчиха халҡы ла идара итеү компанияһын булдырыуға ҡаршы төшә. Улар һыу һурҙырыу станцияһын ҡараған өсөн аҡса түләй, тик идара итеү компанияһы менән эшләргә әҙер түгелдәр. Сәлимә Герасименко фекеренсә, һыу торбалары инфраструктураһын
махсуслаштырылған ойошмаға тапшырыу ыңғай һөҙөмтә биреп, күпселек һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итер ине.

Бәлки, идара итеү компанияһы ысынлап та файҙалылыр?

Районда идара итеү компанияһы эшенең ыңғай тәжрибәһе лә бар. Петровск һәм Маҡар ауыл биләмәләрен, мәҫәлән, “Петровск һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә. Эйе, бында халыҡ ай һайын ҡулланған һыу өсөн аҡса түләй, әммә һыу торбалары тишелеүе өсөн дә һирәгерәк борсола.

- Йылы миҙгелдә баҡсаларға һыу һибеү сәбәпле һыу баҫымы түбәнәйеүе күҙәтелә. Беҙ даими рәүештә халыҡ менән аралашып, эсә торған һыуҙы баҡсала ҡулланмауҙарын һорайбыҙ, - тип аңлата предприятие директоры Вадим Ғайсин. – Эсә торған һыу көнкүреш кәрәкяраҡтары өсөн тәғәйенләнгән. Был шулай уҡ хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә, сөнки һыу торбалары селтәрҙәрендә янғын гидранттары ҡуйылған. Уларҙа кәрәкле баҫымды һаҡлап тороу мотлаҡ. Һәр кешенең дә ихатаһында өҫтәмә һыу сығанағы, йәғни ҡоҙоҡ булырға тейеш. Ҡоҙоҡ эшләргә мөмкинселек булмаһа, ҙур һыу һауыттары һатып алып, уларға төнөн һыу тултырып ҡуйып, икенсе көнөнә шунан алып һыу һибергә мөмкин.

Шуға ҡарамаҫтан, Вадим Ғайсиндың һүҙҙәренсә, халыҡтың яҡынса 30 проценты барыбер үҙәкләштерелгән һыу селтәренән үҫентеләргә һыу һибеүҙе дауам итә. Был осраҡта кеше үҙ күршеһенә, тәбиғәт сығанаҡтарына вайымһыҙ ҡарашта булыуын күрһәтә. Халыҡ һыу өсөн Рәсәйҙең тарифтар буйынса Дәүләт комитеты билдәләгән хаҡҡа ярашлы түләй.

- 2018 йылға тиклем төрлө хәлдәр булды: халыҡ аҙналар буйы һыуһыҙ ултыра торғайны, - тип һөйләй ауыл биләмәһенең эштәргә идарасыһы Ольга Семенова. – Хәҙер ундай ҡыйынлыҡтар юҡ. Компания башланғысы менән таҙартыу ҡоролмалары ла реконструкциялана. Ҡышын предприятие хеҙмәткәрҙәре башҡа мөһим төҙөкләндереү эштәрен башҡара.

“Петровск һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы Байғужа һәм Йәнырыҫ ауыл биләмәләрен хеҙмәтләндерергә планлаштыра. Киләсәктә, бәлки, райондың барлыҡ һыу селтәрҙәрен дә нәҡ улар хеҙмәтләндерер.


Автор фотоһы.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас: