Бына бөгөн дә, 10 сентябрҙә, ул өйҙә тауыш бирҙе. Билдәләнгән ваҡытта 2157-се участка һайлау комиссияһы ағзалары Минзәлә Муллагилдина һәм Иршат Зиннәтуллин, ветеранға күсеп йөрөүсе йәшник менән килде. Тауыш биреү процедураһы тулыһынса үтәлде. Әүхәҙи Батыргәрәй улы үҙ бурысын үтәп, тауыш биреү өсөн махсус йәшниккә бюллетень һалды.
Пулемётсы Курск һуғышында ҡатнашҡан, күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ орденына, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған.
- Быйыл атайға 99 йәш тулды. Уны һәр ваҡыт балалар, ейәндәр һәм бүлә-бүләсәләре иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып ала. Шул арҡала элеккесә күтәренке, әүҙем, ҙур теләк менән «Торатау» гәзитен уҡый, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына һәм илдәге ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, - тип һөйләй ветерандың ҡыҙы Гөлсөм Әүхәҙи ҡыҙы.
Фото һәм видео: автор