Йәмғиәт
8 Сентябрь 2023, 11:00

Егет фатирлы булды

Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Ишембайҙа йәшәүсе Руслан Бекировҡа етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү программаһы буйынса фатир асҡыстарын тапшырҙы.

Егет фатирлы булдыЕгет фатирлы булды
Егет фатирлы булды

- Фатир барлыҡ талаптарға тап килә - бында косметик ремонт эшләнгән, газ ҡоролмаһы алмаштырылған. Йортоғоҙҙоң йылы һәм уңайлы булыуын, унда һеҙҙең бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе йәш фатир хужаһына Азат Альберт улы.

Социаль етем статусы булған 27 йәшлек Руслан торлаҡ алыу өсөн сиратта 10 йыл торған. Әле егет Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй.

- Фатир оҡшай, яҡшы ремонт яһалған. Хәҙер үҙ мөйөшөм булыуына бик шатмын, - ти Руслан. - Дәүләтебеҙгә, хакимиәт башлығы Азат Альберт улына был бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Фатир бик ваҡытлы бирелде, сөнки тиҙҙән мин ғаилә ҡорорға йыйынам. Үҙ иҫәбемә фатир һатып алыуы ла бик ауырға төшөр ине. Кәләшемдең исеме Диана, беҙ ике йыл осрашабыҙ, тиҙҙән никах үткәрергә йыйынабыҙ.

Район хакимиәте вәкилдәре барлыҡ һорауҙар буйынса тулы мәғлүмәт бирҙе, аңлатты, инструктаж үткәрҙе. Уларға ла рәхмәтлемен. Етемдәргә ярҙам итеү өсөн бындай программалар бик кәрәк, сөнки уларға фатир һатып алыуы айырыуса ҡатмарлы.

- Етем балаларҙы фатир менән тәьмин итеү өсөн быйыл федераль һәм республика бюджетынан 38 миллион һум аҡса бүленде, - ти төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Юлғотлин. - Был программа буйынса беҙҙең райондан барлығы 20 кеше фатир йәки торлаҡ сертификаты менән тәьмин ителде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына өҫтәмә финанслау өсөн заявка ебәрелде, әле ул ҡаралыу өҫтөндә. Беҙҙең районда йылына уртаса 20-25 йәтим бала торлаҡ менән тәьмин ителә. Бынан тыш, Революция урамында күп ҡатлы тораҡ йорт төҙөү планлаштырыла, беҙ унда ла етем балалар өсөн фатир алырға иҫәп тотабыҙ. Ишембайҙарҙың был категорияһы өсөн торлаҡ алдан махсус комиссия тарафынан ҡарала, улар конкурс документацияһы, торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы ремонттың сифатлы эшләнеүен тикшерә. Ниндәйҙер эшләп еткерелмәгән осраҡтар булһа, фатир менән тәьмин итеүсегә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн иҫкәртмә бирелә.

 

Автор:Юлиә Новоженина
Читайте нас