Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 13:00

Кишер, сөгөлдөр уңышын нисек һаҡлайһығыҙ?

Уңышты түтәлдән йыйып алғас, уны бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра торғандарын айырым, йәнселгән, сатнағандарын айырым йыйып ҡуябыҙ. Һуңғыларын йә салатҡа тотонорға, йә ҡырғыс аша үткәреп, туңдырып ҡуйырға була.

Кишер, сөгөлдөр уңышын нисек һаҡлайһығыҙ?
Кишер, сөгөлдөр уңышын нисек һаҡлайһығыҙ?

Кишер менән сөгөлдөрҙө һаҡлауҙың иң уңайлы ысулы – уны ҡом менән аралаштырып һаҡлау. Бындай йәшелсә яҙға тиклем һутын һәм тәмен юғалтмай. Был осраҡта уны йыуып аҙапланырға кәрәкмәй.

Әгәр йыуылған, таҙа кишер һәм сөгөлдөрҙө генә баҙға төшөргөгөҙ килһә, тимәк уны йыуып, киптереп целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡлау ысулы һеҙгә тап килә. Был осраҡта уларҙың осон һәм төбөн ҡырҡырға кәрәк. Был ысул да уңышты яҙға тиклем һаҡларға ярҙам итәсәк. Тик ҡаптарҙы даими рәүештә әйләндереп ҡарап тороғоҙ. Бер генә йәшелсә боҙола башлаһа ла, ҡапты асырға кәрәк буласаҡ.

Белгестәр уңышты алғас, түтәлдәргә сидераттар ултыртырға кәңәш итәләр: гәрсис, арыш, люпин, борсаҡ был осраҡта һәйбәт буласаҡ. Үҫентеләр 10 - 15 сантиметрға күтәрелгәс, уларҙы ҡаҙалар.

Кишер һәм сөгөлдөр әлеге урынына 3 - 4 йыл үткәс кенә кире ҡайта ала. Уларҙың урынына картуф, помидор, баклажан, шалҡан, еләк ултыртырға була.

 

Лилия Нуретдинова

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас: