Ишембай ерендә беренсе “ҡара алтын” фонтаны атылыуҙан башлап Башҡортостандағы нефть һәм газ сығарыу тарихы Ишембай геологтарының, быраулаусыларҙың, төҙөүселәрҙең, транспортсыларҙың һәм башҡа бик күп нефть һәм газ белгестәренең хеҙмәт ҡаҙаныштарының сағыу өлгөләре менән байытылған. Бөгөн нефть һәм газ
сығарыу тармағы күбеһенсә муниципаль райондың иҡтисади потенциалын билдәләй. Меңәрләгән ишембайҙарҙың хеҙмәте, уларҙың социаль именлеге ошо тармаҡты үҫтереүгә бәйле. Районыбыҙ территорияһы буйлап тиҫтәләгән саҡрым магистраль газ үткәргестәр һалынған. Газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре предприятиеларға һәм халыҡҡа сифатлы «зәңгәр яғыулыҡ» биреүҙе өҙлөкһөҙ тәьмин итә.
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.