Йәмғиәт
3 Сентябрь 2023, 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Бөгөн Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. 

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене миналар һалынған бинала заложник итеп тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар. Ошо тетрәндергес ваҡиғаға быйыл 19 йыл тулды.

Террористар ҡулынан һәләк булғандарҙы иҫкә алып йылда тотош ил кимәлендә хәтер акциялары ойошторола. Һайран ауылы мәҙәниәт йорто ла балалар ҡатнашлығында "Бҽҙ тҽррорға ҡаршы!" акцияһын үтте.

Автор:Зөлфиә Ғәзизова.
Читайте нас