

Иң тәүҙә ҡыҙҙар-малайҙар кем, ҡайҙа, нисек ял итеүҙәре тураһында һөйләне, шунан һуң күмәкләшеп йәй һәм көҙ миҙгелдәре менән бәйле йомаҡтар систе. Байрамға Йәй апай килеүе лә үҙенсә бер йәм өҫтәне.
Балалар ике командаға бүленешеп, етеҙлектә, тиҙлектә, тапҡырлыҡта үҙ көстәрен һынаны. Ә байрам аҙағында һәр кем татлы бүләктәр менән һыйланды.