

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, йортта газ торбалары алмаштырылған, опрессовка эшләнгән булған. Эштәр тамамланғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс шартлау булған.
Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, прокуратура, газ хеҙмәте, Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, ҡала билмәһәе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров, хакимиәт вәкилдәре килгән.
Шартлауҙан бер ир һәм ҡатын, шулай уҡ эргәләге туҡталышта торған кешеләр зыян күргән. Һәләк булыусылар юҡ. Ҡаршылағы йортта тәҙрәләр һәм тәҙрә рамдары сығып осҡан. Шаһиттар һүҙҙәренсә, шартлау тауышы хатта Губкин урамында, "Нефтсе" стадионында ла ишетелгән. Йортта йәшәүселәр эвакуацияланған.
Фото: Ирина Вахонина