Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл территориаль заказ сиктәрендә ҡалала Бульвар урамы буйлап юлға һәм Йәшел урамы буйлап юл участкаһына асфальт түшәлгән. Районда Петровск һәм Ҡолғона ауылдарында Беренсе Май урамында юл япмаһы ремонтланған. Кинйәбулат, Маҡар, Ҡолғона, Петровск, Сәлих, Йәнырыҫ, Ишәй, Түбәнге Әрмет, Көҙән ауылдарында, шулай уҡ Әптек, Уразбай, Михайловка, Яңы Николаевка ауылдарында һәм Кузнецовск утарында юл участкаларында, ҡалала Нефтсе һәм Кузьминовка ҡасабаларында ла юлдарға өлөшләтә ҡырсынташ түшәлгән. Был эштәр республика субсидиялау программаһы сиктәрендә алып барыла. Ремонтҡа аҡсаларҙың бер өлөшө урындағы бюджеттан бүленә, ҡалған өлөшөн республика финанслай.
- Бынан тыш, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһы буйынса яҡын арала ҡалала Бульвар урамында асфальт түшәмде һәм бордюр ташын алмаштырып, юлды ремонтлауҙы дауам итеү планлаштырыла, - тип хәбәр итте Ишембай районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Ринат Юлғотлин. - Ә артабанғы пландарҙа - территориаль заказ сиктәрендә ҡаланан Тирмән-Йылға («Нефтсе» совхозы) торлаҡ районына тиклем юл участкаһына асфальт түшәүҙе дауам итеү. Әлеге ваҡытта подрядсыны билдәләү буйынса сауҙа процедураһы үткәрелә.
Автор фотоһы.