

Бынан һигеҙ йыл самаһы элек Мәүлит Фәниәһе менән танышҡайны. Бер күреүҙән ғашиҡ булғайны ҡыҙға. Тегеһе лә егетте тиҙ үҙ итте, беренсе тапҡыр киноға саҡырғанда ла “юҡ” тимәне. Шулай һәүетемсә ғаилә ҡороп, матур йәшәп киттеләр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Мул булмаһа ла, ярайһы эш хаҡы алалар, башҡаларҙан ҡалышмай донъя көтәләр. Бәләкәй фатирҙарын – ҙурға, иҫке машиналарын яңыға алмаштыралар. Һәр хәлдә, ситтән барыһы ла яҡшы күренә...
Ләкин ҡатындың яңы әхирәте барлыҡҡа килгәс, барыһы ла үҙгәрҙе. Фәниә төрлө тренингтар, үҙен камиллаштырыу, эҙләү менән мауыға башланы. Уны алмаштырып ҡуйҙылармы ни?! Яңы әхирәтенең “арбаһына” ултырып, уның көйөн көйләй башланы. Ашарға әҙерләү йәһәтенән дә барыһы ла үҙгәрҙе: хатта бер көн ҡыяр менән помидорҙан эшләнгән салаттан башҡа бер ни әҙерләнмәне. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, “Һиңә кәрәк, үҙең әҙерлә”, тип кенә ҡуйҙы. “Аҡсаны ҡайҙа итәһең? Ниңә улай аҙ?” – тип тә һөйләнә башланы.
Ахырҙа ир түҙмәне, өйҙән китергә ҡарар итте. Бына шулай хәҙер баҡсала көн күрә. “Ярай әле балабыҙ булып өлгөрмәне, – ти ул. – Бындай юлға баҫҡандар элекке холҡона кире ҡайтмай, тиҙәр. Әрәм иттеләр ҡатынымды..."