Йәмғиәт
14 Август 2023, 06:00

Зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылды

“Зыярат - беҙҙең йөҙөбөҙ. Уның торошо буйынса халыҡтың әхлаҡи кимәле тураһында фекер йөрөтәләр”. Был Йәнырыҫ ауыл биләмәһенә ҡараған Михайловка ауылы халҡының һүҙҙәре. Шуға күрә, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында  ҡатнашыу тураһында һүҙ сыҡҡас, улар оҙаҡ ваҡыт уйлап тормай ауыл зыяратын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылдыЗыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылды
Зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылды

Артабан сығымдар сметаһы төҙөлдө, аҡса йыйыу иғлан ителде. Яҡташтары, бағыусылары ла табыла. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы ҡатнашыусылары иҫәбенә ингәс, проект республика бюджетынан 700 мең һумға ярҙам алды. Урындағы ҡаҙнанан был маҡсаттарға 100 меңдән ашыу аҡса йүнәлтелә, халыҡтың өлөшө 80 мең һум тәшкил итте, бағыусылар ҙа шул тиклем үк индерҙе.

Хәҙер зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылған. Уның оҙонлоғо 300 метрҙан ашыу тәшкил итә. Подрядсы ойошма оҫталары эштәрҙе сифатлы һәм ваҡытында башҡарҙы. Урындағы
башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының мөһим һәм кәрәкле булыуы аңлашыла. Йыл һайын районыбыҙ унда әүҙем ҡатнаша. Йыйылыштар үткәрелә, конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар тултырырға ярҙам итәләр. Был юҫыҡта тәжрибә лә яҡшы. Бына инде нисәнсе йыл бөтә ғаризалар ҙа еңеүсе була.

“Быйыл программала Ишембай районының 20 ауыл биләмәһе һәм учреждениеһы ҡатнаша. Халыҡ билдәләгән эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлаясаҡбыҙ”, тип яҙҙы бәйләнештә интернет селтәрендә Ишембай муниципаль районы хакимитәте башлығы Азат Ишемғолов.

 

Фото: https://vk.com/id584931685

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас