

- Бина төҙөүҙе бала тыуыуға тиңләр инем. Ер участкаһын алып, проект төҙөүҙән башлап, уны йәшәрҙәй йорт иткәнсе һәр көн хәстәрләп кенә торабыҙ. Киләсәктә унда донъя көтәсәк кешеләр өсөн фатир уңайлы ла, йылы ла, матур ҙа булһын өсөн күпме тырышлыҡ һалабыҙ. Күп фатирлы йорт төҙөүгә яҡынса бер йыл талап ителә, - ти ойошма директоры.
Быға тиклем Светлана Мозафар ҡыҙы оҙаҡ йылдар 1-се һанлы Ишембай төҙөлөш идаралығында эшләй. Ә уңышҡа ҙур эшһөйәрлеге, маҡсатҡа ынтылыусанлығы килтерә.
- 1991 йылда төҙөлөш идаралығында биҙәлеш эштәре буйынса мастер булып эш башланым. Командировкалар, ауыр хеҙмәт мине ысын мәғәнәһендә сыныҡтырҙы, эш рәтенә өйрәтте. Аҙаҡ иһә ошо уҡ өлкәлә үҙаллы эш башланым. 2005 йылда беҙҙең районда Республика президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы. Уға әҙерлек сиктәрендә күп кенә объекттар ремонтланды, яңы биналар төҙөлдө. Беҙ ҙә был төҙөлөштә ҡатнаштыҡ, - ти Светлана Сайпирова.
Машина эшләүселәр урамындағы 29А йорто, Йәштәр урамындағы 11-се йорт, Стахановсылар урамындағы 60А йорто, Бульвар урамындағы 36А йорто - Светлана Мозафар ҡыҙы етәкселеге аҫтында төҙөлгән. Ошо көндәрҙә генә улар Бульвар урамындағы 76-сы йортто төҙөп файҙаланыуға тапшырған.
Йыл да төҙөлөш материалдары яңырып, технологиялар һәм талаптар үҙгәреп тора. Ойошма хеҙмәткәрҙәре заманаһы менән йәнәшә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға һәм иң мөһиме сифатлы йорттар төҙөргә тырыша. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, ваҡытында гөрләп торған был өлкә бөгөн ташсы, штукатур-биҙәүселәр, монтажсылар кеүек яҡшы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Йәштәр араһында төҙөүсе һөнәрен һайлаусылар юҡ тиерлек.
Светлана Мозафар ҡыҙы тәжрибәле, оҙаҡ йылдар ойошмала эшләүсе баш инженер Радик Маннанов, монтажсы Анатолий Чугунов, прораб Рәфис Баисламов, крансы Камил Ғәббәсов, таш оҫтаһы Илшат Ғәббәсов, подсобник Анатолий Ревуновты хөрмәтләп телгә ала.
Төҙөлөш начальнигы Нина Васильевна Лугманова ла – бай тәжрибәле белгес. Төҙөлөш өлкәһендә ул 1976 йылдан.
- Тәү башлап Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында воловня төҙөгәнем хәтерҙә ҡалған. Аҙаҡ Ишембайҙа Көнкүреш йортон (Дом быта) һалдыҡ. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһе лә беҙҙең ҡулдар менән төҙөлдө, - тип иҫкә ала ул.
- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан төҙөүселәргә тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ теләйем. Һәр төҙөүсе үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырһын ине. Беҙ төҙөгән йорттарға ҡарап балалар “Был өйҙө минең өләсәйем, олатайым һалған”, тип ғорурланырлыҡ булһын, - тигән теләктә Светлана Сайпирова.
Алтын ҡуллы төҙөүселәргә беҙ ҙә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә матур-матур йорттар менән Ишембайҙы байытып тороғоҙ!
Автор фотолары.