Йәмғиәт
13 Август 2023, 04:00

Хөрмәтле төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

13 август - Төҙөүселәр көнө

Төҙөүсе хеҙмәте һәр ваҡытта ла айырыуса хөрмәткә лайыҡ булды. Һеҙҙең ҡулдар менән төҙөлгән йорттар, биналар кешеләрҙе бәхетле, уларҙың тормошон уңайлыраҡ итә. Төрлө быуын ишембайҙар һәр ваҡыт беҙҙең матур ҙа, уңайлы ла ҡалабыҙ өсөн төҙөүселәргә рәхмәтле буласаҡ.

Заманса Ишембай үҫешә һәм ҙурая. Һуңғы йылдарҙа ғына бында төҙөкләндереү буйынса бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырылды, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт объекттары реконструкцияланды. Төҙөүселәр, тап һеҙ бөгөнгө ҡала, ауылдар йөҙөн булдырыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Барлыҡ төҙөүселәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайым! Еңел булмаған, әммә үтә кәрәкле хеҙмәтегеҙ һеҙгә шатлыҡ һәм именлек алып килһен. Һеҙ төҙөгән һәр йортта тыныс мөхит булһын.

Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем!

 

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас