Йәмғиәт
7 Август 2023, 07:00

Ауыл хәбәрҙәре

Быйыл Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының "Ихлас" мәсетендә төҙөкләндереү буйынса бихисап эштәр эшләнде. Өмәләр әле лә дауам итә.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ауылдың бер төркөм әүҙем ир-егеттәре солан һалыуға тотондо. Ошо ял көндәре соланға нигеҙ һалына башланды.

Башланған эш - бөткән эш, тиҙәр. Тиҙ арала солан эшләнеп бөтөр, мәсетебеҙ тағы ла күркәмләнеп китер, тигән өмөттәбеҙ.

Тырыш егеттәр - Фаиль Ишембаев, Әмир Камалов, Жәлил Әминов, Илшат Рәшитов, Марсель менән Фәнис Ғәлиевтар, Радик Солтанов, Тимур Солтанов, Хәмзә хәҙрәт Сәйфетдинов менән тормош иптәше Нәзифә Файзрахман ҡыҙына зур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

 

Фото: https://vk.com/public209041067

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас