Йәмғиәт
4 Август 2023, 18:01

Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар

Бөгөн, 4 август, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылының “Яр-Смаҡ” мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарға арнап ҡорбан салынды. Был ниәтте ауылда йәшәүсе Гәүһәр Мырҙабаева балалары менән атҡарҙы.

Яугирҙар өсөн доға ҡылдыларЯугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар

Мәсеткә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре, ғаиләләре саҡырылды. Рауил хәҙрәт ҡөрьән аяттары уҡып, доғалар ҡылынды. Ауылдаштар ир-егеттәрҙең тиҙерәк хәрби бурыстарын үтәп, илдә тыныслыҡ булдырып, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев билдәләүенсә, ауыл биләмәһенән махсус хәрби операция зонаһына  12 ир-егет мобилизацияланған. Уларға арнап үткән йылдың ноябрь айында ла мәсеттә ҡорбан ашы ойошторолған. Бынан тыш барлыҡ ауылдарҙа ла яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу бара.

 

Саранан тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Яугирҙар өсөн доға ҡылдылар
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас