

Был сарала «Ватан һаҡсылары» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды етәксеһе ярҙамсыһы Руслан Мөхәмәтдинов һәм урынбаҫары, яугир әсәһе Альвера Зөбәйерова, БР Башҡорт ҡатынҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы МХО хәрбиҙәре ҡатындары һәм әсәләре комитеты етәксеһе Резида Ильясова, шулай
уҡ ошо ойошма ҡарамағындағы Халыҡ бағымсылары мәктәбе етәксеһе, профессор Вилә Баймырҙина, ҡалабыҙҙың йәмәғәтсеһе Рәйсә Йосопова, муниципаль район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты.
- Беҙ «Ватан һаҡсылары» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды менән тығыҙ бәйләнештә. Бер үк төрлө эште башҡарабыҙ. Беҙҙең яугир ҡатындары һәм әсәләре өсөн чатыбыҙ бар. Әлегә унда Ишембай районынан бөтәһе лә инмәгән. Үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте яуҙа һәләк булған Тәлғәт Кинйәбуҙовтың әсәһе – Гүзәл апай аша тапшырырға мөмкин, - тип мөрәжәғәт итте Резида Ильясова. – Чатта бирелгән һорау, үтенес мөмкин тиклем хәл ителәсәк. Беҙҙә психологик ярҙамдан алып юридик ярҙамға тиклем ҡаралған.
БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы ойошмалар әлеге киҫкен хәлдә төрлө йүнәлештә эшләй. Улар махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам итеү ниәте менән райондарға, ҡалаларға йыш сыға.
- Беҙ февраль айында Ватанды һаҡлаусыларға, уларҙың ғаиләләренә бушлай ярҙам итеү акцияһы иғлан иткәйнек. Был сара йыл әйләнәһенә дауам итә. Бөгөнгө көнгә
тәжрибәбеҙ байтаҡ тупланды. Республиканың башҡа урындарында ла ошондай уҡ сараларҙы ойошторҙоҡ, - тип уртаҡлашты Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағындағы Халыҡ бағымсылары мәктәбе етәксеһе Вилә Баймырҙина. – Беҙҙең эшмәкәрлектең әһәмиәте бик ҙур. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың ғаиләләре төшөнкөлөккә бирелә, ҡаты итеп ауырып китә, депрессиянан элекке сирҙәре ҡуҙғый – шул ваҡытта уларға һылау, массаж, быуындарҙы ултыртыу кеүек ярҙам кәрәк. Кемгәләр һөлөк, хиджама, кемгәлер өшкөрөү, доға уҡыу килешә.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алыу сараһына башҡа райондан килеүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, Зифа Ильясова менән Алһыу Алиева Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан килгән.
- Беҙ яу ҡырында һәләк булған Руслан Абдуллиндың ауылдаштары һәм туғандары. Руслан хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә ине, өс ай буйы эҙләнек. Һеҙҙең яҡташығыҙ, Рәйсә Рафаэль ҡыҙы, уны эҙләүҙә һәм алып ҡайтыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте, - тип танышты Алһыу апай. – Бөгөн бына күстәнәстәр, бүләктәр алып Ишембайға килдек. Тығыҙ аралашып йәшәүҙәр ҡайғыларҙы уртаҡ итә.
Иҫке Ишембай мәсете мөслимәләре ҡорбан ашы табынын ойоштороуҙа аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән «Шатлыҡ» үҙәк баҙары директоры Илдар Фәтиевҡа һәм башҡа битараф булмағандарға оло рәхмәтен еткерә. Һалдат әсәләре бер-береһе менән аралашып, Өфөнән килгән делегация ағзаларына һорауҙар биреп, күңелдәрен бушатып йорттарына таралышты. Ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк, тине улар хушлашҡанда.
Автор фотолары.