

Һәр йыл һайын июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәй Федерацияһы Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Был байрамдың үҙ тарихы бар: 1714 йылдың 27 июлендә (яңы стиль буйынса 7 август) Рәсәй флоты Гангут ярымутрауында еңеү яулай. Петр I был көндө йыл һайын билдәләргә тигән фарман сығара һәм йолаға әйләндерә.
Бынан теүәл 50 йыл элек, 1973 йылда, Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Ғәлинур Вахитов үҙ тиҫтерҙәре менән бергә хәрби хеҙмәткә алына. Егет, бала саҡта хыялланғанса, тап хәрби-диңгеҙ флотына эләгә, тәүҙә ул Кронштадтта руль сигналсыһы һөнәре буйынса алты ай буйы күнекмәләр үтә. Артабан Төньяҡ флотҡа атом һыу аҫты кәмәһенә хеҙмәткә тәғәйенләнә.
- Бала саҡтан уҡ моряктар тураһында фильмдар ҡарарға яраттым. Ауылдан, тирә-яҡтан моряк формаһында ҡайтҡан ағайҙарҙы күреп, күҙем ҡыҙып ҡала торғайным. Саҡырыу комиссияһы ваҡытында үҙем, мине диңгеҙ флотына йүнәлтегеҙ, тип үтендем, - тип ихлас уртаҡлашты Ғәлинур Зинур улы. – Хеҙмәт иткән саҡта Төньяҡ боҙло океанда өс айға һыу аҫтына китәбеҙ – был «алыҫ араға поход» тип атала. Һыу аҫты кәмәһе бер йыллыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән була. Мин бындай саҡтарҙы тыныс үткәрҙем, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу тойғоһо кисермәнем. Әлбиттә, шторм ваҡытында ашай алмай, ҡоҫоп ауырыған егеттәр булғыланы. Өс ай үткәс, беҙҙе Кольский ярымутрауында урынлашҡан хәрби базаларға сығаралар. Һыу аҫтында мөғжизәле күренештәрҙе лә күҙәтергә тура килде. Кәмәнең үҙәк бүлкәһендә монитор була торғайны: шунан косатка киттарын күҙәтәбеҙ. Был косаткалар беҙҙең һыу аҫты кәмәһе артынан эйәреп йөрөй, ҡош һайраған, бала илаған тауыштар сығаралар. Ә көҙгөһөн төньяҡ балҡышын күҙәтәбеҙ, күк көмбәҙе, күҙҙе ҡамаштырып, төрлө төҫтәр менән уйнап тора.
Ғәлинур ағай һөйләшкәндә Башҡортостан менән бәйле ваҡиғаларҙы ла иҫкә алды.
- Ике йыл үткәс, беҙҙе Эстонияла урынлашҡан һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр үҙәгенә күнекмәләр үтергә ебәрҙеләр. Палдиски (элекке Рогервик) ҡалаһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың бюсын һәм уның исемендәге урамды күреп ҡыуанғайным. Үҙемдең тыуған ерем өсөн ғорурлыҡ кисерҙем шул саҡ. Бер саҡ беҙҙең хәрби часҡа «Мәңгелек саҡырыу» күп сериялы фильмында Кирьян Инютин һәм «Ә таңдар бында тыныс» киноһында старшина Федот Васков ролдәрен башҡарған актер Андрей Мартынов осрашыуға килде. Ул, әлеге мәлдә Башҡортостанда «Мәңгелек саҡырыу» фильмын төшөрәбеҙ, тип һөйләне. Быны ишетеп, тыуған яҡҡа ҡайтып килгәндәй булдым.
Атом һыу аҫты кәмәһендә өс йыл хеҙмәт итеү Ғәлинур ағайға ҙур сынығыу бирә, артабан ул Ишембай һәм Когалым ҡалаларында янғын һүндереү часында эшләй. Һуңғы егерме йылда ҡатыны Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы менән Ҡанаҡай ауылында йәшәй. Улар дүрт ейәнгә, бер ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй.
Байрамығыҙ менән, моряк! Шулай бер ҡасан да бирешмәгеҙ!
Фото: Ғәлинур Вахитовтың шәхси архивынан.