Йәмғиәт
29 Июля 2023, 06:00

ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮ

Ишембай районының Верхотор ауылы ҡулайлы ҡала шарттарын тыуҙырыу буйынса иң яҡшы проекттар VIII Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮ
ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮ

Муниципаль район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар проектты үҙгәртеп, камиллаштырып бер нисә тапҡыр конкурсҡа ғариза ебәреп ҡарай. Ниһайәт, “Верхотор – заманалар театры” тигән проектты федераль комиссия иң яҡшыһы тип таныны. Баһа биргәндә архитектура һәм планлы ҡарарҙар сифаты, тарихи-мәҙәни үҙенсәлекте һәм тәбиғи мөхитте һаҡлау, экологик материалдар ҡулланыу иҫәпкә алынды.

Верхотор проекты “Торатау” геопаркы туристик маршруты һәм көньяҡ Уралдың баҡыр иретеү бороңғо заводтар селтәре өлөшөнә инә. Уны тормошҡа ашырыу 2024-2025 йылдарға планлаштырылған. Был иһә Ишембай районына бөтөн Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән туристар өсөн уңайлы инфраструктура ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас