

Унда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары эшендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов айырыуса медицина хеҙмәткәрҙәренең эш урындары нисек ойошторолоуына, материаль-техник базаға иғтибар итте.
Ринат Илдар улы белдереүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен беренсел модернизациялау” төбәк программаһы буйынса 2024 йылда Ҡолғона ауылында яңы модулле табип амбулаторияһын төҙөү планлаштырылған.