

Ҡолағымда сыңлай әлҽ һаман,
Еҙ ҡыңғырау һинҽң моңдарың.
Бала саҡтарыма ҡайтып киләм,
Һағындырған мәктәп йылдары.
Сикәләргә индҽ сал ҡунһа ла,
Бала саға кҽүҽк атлығып.
Мәктәбҽмә тағы ҡайттым әлҽ
Барыһын да шундай һағынып.
Июль айының бер матур көнөндә Һайран ауылы мәктәбен тәмамлағанға 50 йыл тулыу уңайынан 1973 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары осрашыуға йыйылды.
Биш тиҫтә йыл уҙмаған да кеүек: үҙҙәрҽнә 68 йәш, сәстәр салланған булһа ла - улар һаман да шаян күңелле, тормош мәшәҡәттәрен бер ситкә ҡуйып, ул көндө мәктәп хәтирәләренә сумдылар, баласаҡҡа ҡайттылар, йәшлҽкте иҫкә төшөрҙөләр, уҡытҡан уҡытыусыларҙы хөрмәт мҽнән иҫкә алдылар.
Һайран ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙҽрләгән концҽрт программаһы байрам кәйҽфҽн тағы ла күтәрҙҽ. Рәхәтләнеп бҽйеп, йырлап үтте осрашыу. Ә сығарылыш кисәләрҽндә яңғыраған "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары" йырын "Йәнгүзәл" ҡатын-ҡыҙҙар ансамблҽ башҡарғанда һәммәһҽ тиҽрлҽк ҡушылып йырлап ултырҙы.
Байрам кисәһҽ һәр кҽмдҽң күңҽлҽнә хуш килдҽ, оло ағай-апайҙарҙан "рәхмәт" һүҙҽн ишҽтҽү бҽҙҙҽң күңҽлдәрҙҽ лә шатландырҙы!