Йәмғиәт
23 Июль 2023, 11:00

Ойошмаға – яңы исем

Уҙған аҙнала ҡала һәм район ветерандары Советының беренсел ойошмалары етәкселәре сираттан тыш ултырышҡа йыйылды.

Ойошмаға – яңы исемОйошмаға – яңы исем
Ойошмаға – яңы исем

Йыйылыштың маҡсаты - ойошманың исемен алмаштырыу һәм яңы устав ҡабул итеү ине. Хәҙер ул һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы Төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы Ишембай районы ойошмаһы тип атала. Кәңәшмәлә советтың яңы активы һәм рәйесе һайланды, Николай Ильич Шишков яңы срокка рәйес итеп тәғәйенләнде.

- Һеҙ – әүҙем тормош рәүеше алып барған кешеләр, беҙгә мөһим процестарҙы алға ебәрергә ярҙам итәһегеҙ. Беҙ күреп өлгөрмәгән әйберҙәргә лә иғтибар бирәһегеҙ, пробемаларҙы асып һалаһығыҙ, һеҙҙең менән бергә күп нәмәләр эшләүгә өлгәшәбеҙ, - тип ветерандарға мөрәжәғәт итте район Советы рәйесе урынбаҫары Олег Агафонов.

Олег Михайлович ветерандарға мөмкин тиклем оҙағыраҡ сафта ҡалыуҙарын теләне һәм ветерандар хәрәкәте элеккесә ҡала һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашыр, тигән ышаныс белдерҙе.

 


Автор фотоһы.

Ойошмаға – яңы исем
Ойошмаға – яңы исем
Автор:
Читайте нас