

Үҙебеҙҙең илдә етештерелгән был заманса техника насар юл шарттарында эшләү, алыҫ тораҡ пункттарға барып етеү өсөн тәғәйенләнгән.
Бөтөн ергә лә үтә алған яңы Niva Travel машиналары Ҡолғона, Петровск, Ишәй һәм Верхотор ауылдарына ебәрелде. Улар амбулатория һәм ФАП хеҙмәткәрҙәре тарафынан күсмә ҡабул итеү ойоштороу, ауырыуҙарҙы дауаханаға алып барыу, йортта медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ анализдарҙы ауылдарҙан үҙәк район дауаханаһына алып барыу өсөн ҡулланыласаҡ.
Фото Ишембай үҙәк район дауаханаһы архивынан.