Йәмғиәт
22 Июль 2023, 07:00

Уңғандарҙың эше лә уң

22 июль - Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө

Уңғандарҙың эше лә уңУңғандарҙың эше лә уң
Уңғандарҙың эше лә уң

Сауҙа - иҡтисадтың иң мөһим өлкәләренең береһе булып тора. Тап уның үҫеш кимәле буйынса райондың дөйөм байлығы, мөмкинлектәре тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

Бөгөн Ишембайҙа сауҙа эшмәкәрлеге уңышлы үҫешкән: ҙур һатыу селтәрҙәре, уңайлы магазиндар, күркәм кафелар һәм тәғәмханалар эшләй. Баҙар майҙаны ла йылдан-йыл киңәйә. Ауыл ерендәге сауҙа нөктәләре лә кәрәк-яраҡ тауарҙарының киң ассортиментын тәҡдим итә.

Йыл һайын ошо байрам уңайынан сауҙа өлкәһендә тир түккән яҡташтарыбыҙ менән таныштырып торабыҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – “көсһөҙ заттар”ҙың иң көслөһө булған Фәнүзә Ситдиҡова. Уның Яр-Бишҡаҙаҡтағы халыҡ өсөн уңайлы магазины тураһында ауылдаштарҙың үҙҙәренән ишетеп белдек. Әйтергә кәрәк, Фәнүзә Сынтимер ҡыҙы сауҙа өлкәһенә килеүгә тиклем Ишембай икмәк комбинатында ашнаҡсы-кондитер булып эшләй. Унан киткәс, башҡа урындарға ла кондитер итеп саҡыралар. Әммә сая ҡатын уйлағанына ирешергә тигән ныҡлы маҡсат ҡуя.

- Был өлкәгә килеүемә ауыр матди хәлдән сығыу теләге булышлыҡ итте. Үтескә аҡса алып, ҡалабыҙҙа бәләкәй генә аҙыҡ-түлек магазины астым. Әлбиттә, эште башлап ебәреүе еңелдән булманы, бер йыл буйы үҙем һатыусы булып эшләнем. Шунһыҙ аяҡҡа баҫып булмай ине, - тип һөйләй яҡташыбыҙ. – Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡын бөтә нәмә менән тәьмин итәм, күрше ауылдарҙан да килеп етәләр. Халыҡ эшем менән ҡәнәғәт. Байрамдарҙа улар өсөн төрлө акциялар үткәрәм, уйындар уйнатам, бүләктәр тапшырам – ошондай көндәрҙе көтөп кенә торалар. Хәҙер был эшмәкәрлегемә 13 йыл булып китте.

Бына шулай Ишембай һылыуы ауыл халҡын кәрәк-яраҡ тауарҙар менән тәьмин итә. Уның ҡалабыҙҙағы аҙыҡ-түлек магазины ла уңайлы эшләп килә. Уңған ҡатынға һоҡланып, уның ғаиләһе тураһында һорашмайынса булдыра алманым. Бәлки балалары ла сауҙа өлкәһендә тырышалыр, тип уйланым.

- Ирем Искәндәр “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәтендә токарь булып эшләй. Бергә тормош көтөүебеҙгә 27 йыл. Ҡыҙҙарым Резеда һәм Рәсимә менән ҡалала балалар өсөн “Аромат” кафеһы селтәрен астыҡ. Балалар ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре менән бында ихлас йөрөй. Кескәйҙәр өсөн төрлө байрамдар ҙа ойошторабыҙ, - тип уртаҡлашты Фәнүзә Сынтимер ҡыҙы.

Байрамығыҙ мөбәрәк, эштәрегеҙ уң булһын, Ситдиҡовтар ғаиләһе! Сауҙа өлкөһендә артабан да үҫешергә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас