

Степан Лукьянович 1913 йылда Башҡорт АССР-ы Маҡар районының Екатериновка ауылында тыуған. 1940 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә алынған. Степан Лукьянович совет-фин һуғышында, ә һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылда Новороссийск янындағы Долгий һыртында барған алыштарҙа һәләк була. Шунан бирле яҡташыбыҙҙың туғандары уның тураһында бер нимә лә белмәй. Степан Усачевтың һәләк булған урынын быйыл 12 майҙа “Кубанский рубеж” эҙәрмән отрядының Ҡыҙылармеец район бүлексәһе ағзалары Евгений Борискин менән Анна Волкова таба. Тәрән булмаған урында улар хәрбиҙең медальонын табалар һәм фамилияһын, исемен, атаһының исемен, тыуған урынын уҡып урындағы эҙәрмәндәр менән бәйләнешкә инәләр. Улар Степан Усачёвтың туғандарын табырға ярҙам итә. Яҡташ яугирыбыҙҙың һөйәктәрен тыуған яғына алып ҡайтып ерләү өсөн Полтавскаяға баралар.
- Бөгөн беҙ бик мөһим һәм яуаплы миссия үтәргә - Тыуған илебеҙ өсөн һуғышта һәләк булған тағы бер хәрбиҙең һөйәктәрен ер ҡуйынына тапшырырға йыйылдыҡ, - тип сәләмләне митингыла ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов. – “Кубанский рубеж” эҙәрмән отрядының Ҡыҙылармеец район бүлексәһе эҙәрмәндәренә башҡарған эштәре өсөн барлыҡ ишембайҙар исеменән рәхмәт белдерәм. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар – ысын илһөйәрҙәр, улар шөғөлләнгән эш бик кәрәкле һәм изге.
Сарала хәрби хәрәкәттәр ветераны Олег Агафонов һәм ветеран пограничниктар советы рәйесе Иршат Зиннәтуллин да сығыш яһаны. Улар киләсәк быуын өсөн тыныслыҡ яулаған яугирҙарыбыҙҙың батырлығы мәңге хәтеребеҙҙә булырға тейеш икәнлеген билдәләп үтте. Рәсәй Федерацияһы байрағын Степан Усачевтың туғандарына Ишембай районының хәрби комиссары Максим Сапа тапшырҙы.
- Олатайыбыҙҙы табыуҙары тураһында белеү беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды, - тине һалдаттың ейәнсәре Галина Анатольевна Становова. – Иң тәүҙә был турала аралашмаған туғаныбыҙға хәбәр иткәндәр. Ул үҙенең олатаһын эҙләгән. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, беҙҙең Степан Лукьновичты ла табыуҙары асыҡланды. Хәҙер беҙ уны тыуып үҫкән ерендә ерләй алабыҙ. Олатайҙан тыш беҙ башҡа туғандарыбыҙҙы ла таптыҡ, хәҙер аралашып йәшәйәсәкбеҙ.
Степан Лукьянович Усачёвтың һөйәктәре Кинйәбулат шоссеһының 2-се километрындағы “Православие зыяратына” ерләнде.
Автор фотолары.