Йәмғиәт
17 Июля 2023, 06:00

Ишембайҙар контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе һайлай

Ишембайҙа көндән-көн үҙ теләге менән контракт буйынса Рәсәй армияһында хеҙмәт итергә теләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Был аңлашыла ла – улар дәүләт тарафынан бөтә өлкәлә лә ярҙам ала. Ә иң мөһиме – контракт буйынса хеҙмәтте һайлаусылар үҙ ватанының ысын илһөйәр улдары. Контракт буйынса кемдәр хеҙмәт итә ала, уларға ниндәй льгота һәм башҡа ярҙам күрһәтелеүе тураһында беҙ Ишембай ҡалаһы һәм районы буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Максим САПА менән әңгәмәләштек.

Ишембайҙар контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе һайлайИшембайҙар контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе һайлай
Ишембайҙар контракт буйынса хеҙмәт итеүҙе һайлай

- Максим Юрьевич, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә килешеүҙе нисек төҙөргә? 

- Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны шулай уҡ службапоконтракту.рф, “Дәүләт хеҙмәттәре” сайттары һәм 117 телефон һандары буйынса ҡыҙыу бәйләнеш аша ла бирергә мөмкин. Бынан һуң гражданинды хәрби комиссариатҡа әңгәмәләшеүгә һәм медицина күҙәтеүен үтеү өсөн саҡыралар. Барыһы ла яҡшы булһа, ул хәрби частҡа оҙатыласаҡ. Ишембайҙа шулай уҡ мобиль пункт эшләй, унда ла контракт буйынса хәрби хеҙмәт буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин.

- Хәрбиҙәр әҙерлек үтәме?

- Эйе, улар мотлаҡ рәүештә хәрби әҙерлек үтергә тейеш. Хәрбиҙәрҙе тәүҙә бүлексәләргә бүлеп, хәрби дисциплиналар буйынса атыш һәм инженер әҙерлеген үткәрәләр. Бүлексә ысын коллективҡа әйләнеп, үҙ-ара дуҫ, ныҡлы булырға тейеш. Хәрбиҙәрҙең берҙәм команда булып китеүе мөһим.

- Контракт буйынса кемдәр хеҙмәт итә ала?

- Контракт буйынса хеҙмәткә Афғанстанда, Кавказда һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән элекке хәрбиҙәр күпләп килә. Шулай уҡ Эске эштәр органдарында эшләп, хаҡлы ялға сығыу өсөн стаждары етмәгән граждандар ҙа контракт буйынса хеҙмәтте һайлай. Әгәр ҙә был граждандарҙың юғары белемдәре булһа, уларға лейтенант званиеһы бирелә. Наркотик ҡулланған, етди психологик ауырыуҙары һәм физик яҡтан проблемалары булған кешеләр, шулай уҡ ауыр енәйәт өсөн ҡулға алынған енәйәтселәр менән контракт төҙөлмәй.

- Контрактты күпмегә төҙөргә мөмкин?

- Ярты йылдан алып өс йылға тиклем. Хәрби уны үҙе хәл итә.

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы контрактсыларҙың эш хаҡы күпме?

- Контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙең эш хаҡы уның хәрби званиеһына һәм стажына ҡарап билдәләнә. Рядовой айына кәмендә 204 мең һум, бүлек командиры 232 мең һум эш хаҡы ала. 200 мең һумдан да кәм эш хаҡы юҡ. Контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһына юлланған саҡта хәрбигә 195 мең һум бер тапҡыр бирелә торған түләү күсерелә. Хәрбиҙәр шулай уҡ төрлө хәрби бурыстарҙы үтәгән өсөн дә өҫтәмә аҡса ала.

- Быйыл нисә кеше контракт буйынса хеҙмәткә алынды?

- Ишембайҙа ағымдағы йылда илленән ашыу кеше контракт буйынса хеҙмәткә юлланды.

- Улар дәүләт тарафынан ниндәй льготалар һәм ярҙам ала?

- Контрактҡа ҡул ҡуйған хәрбиҙәргә кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урындары һаҡланып ҡала, уҡыуҙан академ отпуск алырға була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙарҙың ғаиләләре лә льготалар менән ҡуллана. Уларға эш эҙләгәндә һәм бушлай юридик ярҙам күһәтелә. Яугирҙарҙың балалары балалар баҡсаһына сиратһыҙ алына, мәктәптә бушлай ашай. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән саҡта ла хәрбиҙәрҙең балаларына квота ҡаралған. Бының өсөн яугир хәрби часть командирынан справка алып, туғандарына йәки хәрби комиссариат адресына уны ебәрергә тейеш.

- Быйыл һеҙгә балалары уҡырға инеүсе яугирҙарҙың ғаиләләре мөрәжәт иттеме?

- Эйе, ике мөрәжәғәт булды. Беҙ иһә справка алыу өсөн яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби часть менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм әле справка ебәреүҙәрен көтәбеҙ. Мөрәжәғәттәрҙе, һис шикһеҙ, аҙағына тиклем еткерәсәкбеҙ. Беҙҙең хәрби комиссариатта ла бындай справканы алырға мөмкин. Тик уны беҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған йәки яраланған яугирҙарҙың ғаиләләренә генә бирә алабыҙ.

- Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә отпуск биреләме?

- Эйе, әлбиттә. Бик күп яҡташ яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтып китте. Иң тәүҙә улар хәрби комиссариатта килеп билдәләнә һәм юлға сығыр алдынан йәнә беҙгә хәбәр итә. Хәрбиҙәр туғандары менән осрашып, ял итеп, рухи көс туплап тағы ла Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн алғы һыҙатҡа юллана.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас