

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Сага» ҡушаматлы егет ике аҙналыҡ отпускыға ҡайтты, бер нисә көн үткәс интервью бирергә ризалашты. Ул мобилизация осоронда иҫәп буйынса өсөнсө булған повестканы ебәреүҙәрен һорап үҙе мөрәжәғәт итә.
Ә тәүге икәүһен уға мәжбүри рәүештә ситкә һалырға тура килә - беренсеһендә эштән ебәрмәйҙәр, икенсеһендә ҡатыны бармауын үтенә, шулай ҙа ике аҙнанан һуң уның менән ныҡлы һөйләшкәс, махсус хәрби операцияға барырға була. 15 октябрҙә Пензаға юллана.
- Беҙ күнекмәләр үткән үҙәктә оҙаҡ, декабргә тиклем булдыҡ, - ти әңгәмәсем. - Күп аттыҡ, төрлө күнекмәләр үттек. Беҙҙең арала Чечнянан, Сириянан ветерандар күп булды. Мин үҙем дә армиянан һуң ике йыл контракт буйынса хеҙмәт иттем. Бер-беребеҙ менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ, беҙҙең менән инструкторҙар шөғөлләнде. Махсус хәрби операция зонаһына юлланырға тигән фарман декабрь төнөндә килде. Егеттәр буш яланға килеп төштө, ошонда төн үткәрҙе, ә иртәгәһенә блиндаждар төҙөргә, окоптар һәм землянкалар ҡаҙырға тотондо.
Мәҡәләбеҙ геройы менән бергә дислокация урынына Ишембайҙан тағы 35 кеше юллана. Улар бөгөнгә тиклем бер урында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе йәрәхәтләнә, госпиталдә дауалана.
- Беҙ - теороборонала, - ти «Сага». - Беҙҙең бурыс - дошманды үткәрмәү. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаһаҡ та һәр көнөбөҙ хәүеф аҫтында - беҙҙең өҫтән беспилотниктар оса. Атыуҙан йәрәхәт алыу ҡурҡынысы булмаһа ла шартлаған ярсыҡтарҙан йөҙ процент яраланырға була.
«Сага» әйтеүенсә, тәүге осорҙа ҡурҡыу тойғоһо булһа ла хәҙер быға тыныс ҡарай. Ике ай элек уны взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр.
- Ишембай халҡының үҙ яҡташтарына ярҙам итеүе һоҡландыра. Хакимиәт башлығы беҙҙә бер нисә тапҡыр булды, кәрәкле әйберҙәр алып килде. Район халҡы гуманитар ярҙам ойоштора, маскировкалау селтәре бәйләй, УАЗ-иктар ебәрә. Элекке хәрби кампанияларҙа улай булыуын иҫләмәйем, - ти әңгәмәсем. - Ветерандар ойошмаһына ла ҡасан теләйһең, шунда мөрәжәғәт итергә була: етмәгән әйберҙәрҙе шунда уҡ ебәрәләр. Был яҡтан Бөрө һәм Белорет райондары тәүгеләр рәтендә. Күрше райондар хатта беҙгә көнләшеп ҡарай. Мин махсус хәрби операцияла булғанда ҡатыным ике тапҡыр хакимиәткә мөрәжәғәт иткән, уның үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмағандар.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ барлыҡ түләүҙәрҙе алыуы тураһында ла һөйләне. Ысынын әйткәндә, тәүге айҙарҙа аҡсаһын кәрәкле һәм сифатлы ҡорамалға тотона.
- Был ҡыланыу түгел, атака була ҡалһа, үҙеңә генә ышанырға кәрәк. Егеттәргә лә шулай аңлатам, сөнки яҡшы бронежилет ғүмереңде һәм һаулығыңды һаҡлап ҡаласаҡ. Төндә күреү приборҙары ла кәрәк. Дошман һине ҡараңғыла күрәсәк, ә һин уны - юҡ. Һуғышта һинең ғүмереңде һәр секунд хәл итә, - ти «Сага».
Ике аҙналыҡ отпускыһын ул ғаиләһе - ҡатыны һәм улдары менән үткәрә. Бәләкәсенә өс йәш, уның ғәмһеҙ бала сағы. Ә бына 13 йәшлек улы һуғыш тураһында барыһын да аңлай, махсус хәрби операцияла барған ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, атаһынан да һораша.
- Мин уға хеҙмәттәштәрем тураһында һөйләйем. Маҡсаты булған кеше барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңәсәк, тип аңлатам. Тиҙҙән тыуған йортома ҡайтырмын, яҡындарым эргәһендә булырмын, тип ышанам. Әлегә взводҡа юлланырға кәрәк, - тип һүҙен тамамлай «Сага».
Автор фотоһы.