Йәмғиәт
16 Июль 2023, 10:00

Халыҡҡа ҙур ҡыуаныс

Ошо шаршамбы Ҡыяуыҡ ауылында ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул өс тораҡ пунктты – Ҡыяуыҡ, Михайловка һәм Екатериновка ауылдарын хеҙмәтләндерә.

Халыҡҡа ҙур ҡыуанысХалыҡҡа ҙур ҡыуаныс
Халыҡҡа ҙур ҡыуаныс

Тантаналы сарала ауыл халҡы, муниципаль район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре ҡатнашты.

- ФАП-тың хеҙмәтләндереү радиусы – бер километр. Петровск ауылы амбулаторияһынан 11 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, - тип уртаҡлашы үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов. – Бында халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар: һыу, газ селтәрҙәре үткән, канализация эшләнгән. Халыҡты диспансеризация үтергә саҡырып ҡалабыҙ. 

Ҡыяуыҡ ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәжрибәле фельдшер Рәхилә Бикташева эшләй, уның хеҙмәт стажы – 38 йыл.

- Был ауыл өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Ауылда ФАП-тың булыуы социаль әһәмиәткә эйә, сөнки ололар ҙа, балалар ҙа бар. Ул заманса йыһазландырылған, медицина кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре иркен һәм яҡты, - ти шатланып Рәхилә Әхтәм ҡыҙы.

Ауыл халҡы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә яңы биналағы уңайлыҡтарҙы юғары баһаланы. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.


Автор фотолары.

Халыҡҡа ҙур ҡыуаныс
Халыҡҡа ҙур ҡыуаныс
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас