

Әлеге ваҡытта эштәр күп фатирлы йорттарҙың дүрт баҫҡыс майҙансығында тамамланған, 11 йортта эштәр бара. Беҙ Совет урамындағы 27-се йортта булдыҡ. Был күп фатирлы йорт 5-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы ҡарамағында.
- Дөйөм алғанда, әҙерлек эштәре тамамланды, - ти ойошманың баш инженеры Гөлнара Попкова. - Подрядсыларыбыҙ стенанан иҫке штукатурканы алып, уларҙы тигеҙләне, фактуралы япма йәйҙе. Подъездарҙың тамбурҙарында плитка түшәлгән, ишектәр, яҡтыртҡыстар алмаштырылған. Беренсе подъезда стеналарҙы буяуға тотондолар ҙа инде. Проектты әҙерләгәндә, беҙ подъездарҙың дизайны үҙенсәлекле булыуы тураһында уйланыҡ.
Артабан һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, был үҙенсәлекле дизайн йортто конкурста ҡатнашыуға сығарыу, еңеүгә өлгәшеү өсөн кәрәк, ә унда еңеү балалар майҙансығын төҙөкләндереү өсөн аҡса алырға мөмкинлек бирәсәк. Гөлнара Дамир ҡыҙы белдереүенсә, был йорт аҡсалары асфальт түшәүгә тотонолған, шуға күрә балалар ҡаласығын ҡуйырға әлегә мөмкинлек юҡ, ә балалар уйын майҙансығына мохтаж. Проект авторҙары дизайн оригиналлеген фактура менән ҡаплауҙа һәм баҫҡыс аралығындағы стеналарҙы төрлө төҫкә буяуҙа, шулай уҡ этаждарҙы ҙур, эре һандар менән нумерлауҙа тормошҡа ашырған. Яҡтыртҡыстар урам фонарҙары һымаҡ биҙәлгән.
- Бында һигеҙенсе йыл йәшәйем, ошо ваҡыт эсендә беҙҙең подъезға бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәне, - тип һөйләй Светлана Байғотлина. - Сифат менән ҡәнәғәтбеҙ, оҙаҡламай беҙҙә матур, таҙа булыр тип ышанабыҙ. Түҙемһеҙлек менән эштәрҙең тамамланыуын һәм яңы почта йәшниктәрен көтәбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программаға ярашлы, подъездарҙы комплекслы ремонтлау инеү урындарын ремонтлауҙы, козыректан һыу ағыҙыу ҡорамалы, козырек аҫтында эгнергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙы, ике һәм өс ҡатлы йорттарға ингәндәге ағас ишектәрҙе металл ишектәргә алмаштырыуҙы, ингән урында фасадты ремонтлауҙы үҙ эсенә ала. Подъезд эсендә тамбурҙың ағас ишектәре, тәҙрәләр пластикка алмаштырыла, беренсе ҡаттағы иҙәндәргә плитка һалыу, металл баҫҡыстар һәм яндауырҙарҙы ремонтлау, стеналарҙа, түшәмдәрҙә, баҫҡыстарҙа, газ торбаларында, кәртәләрҙә штукатурлау-буяу эштәре башҡарыла. Шулай уҡ ике, өс, дүрт ҡатлы йорттарҙа насар хәлдәге ҡоролмаларҙың йәшниктәрен алмаштырыу, электр линияларын интернет-провайдерҙар менән берлектә пластик ҡаптарға һалыу, һүндергестәрҙе һәм яҡтыртҡыстарҙы хәрәкәт датчиктары менән һәм энергияны һаҡлаусыға, почта йәшниктәрен алмаштырыу күҙ уңында тотола.
Автор фотоһы.