Йәмғиәт
15 Июль 2023, 08:00

ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР

Ишәй ауылынан яҡташтарыбыҙ – шәхси эшҡыуар Илнур Зәйнуллин, ауыл Советы депутаттары һәм «Башхолдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Сәғәҙәтов гуманитар ярҙам менән Украинаға барып ҡайтты.

ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘРИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР
ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР

Бындай хәйриә акцияһын егеттәр беренсе тапҡыр ғына ойоштормай – улар уҙған йылдың октябренән алып мобилизацияланған ауылдаштарына күп ярҙам күрһәтә.

- Бындай саралар ойоштороуҙа ярҙам иткән ауылдаштарҙы, муниципаль район хакимиәте вәкилдәрен телгә алып үтке килә, - ти улар. – Муниципаль район хакимиәте вәкилдәре Луганск Республикаһында командировкала икәнлеген ишетеп, уларҙың интернет селтәрендәге статустарын күҙәтеп уҡып барҙыҡ. Бындағы халыҡтың нисек итеп михнәт сигеп йәшәүен белдек. Бер көндә статуста Андрей исемле инвалид үҫмергә ярҙам кәрәк, тигән мөрәжәғәтте күреп ҡалдыҡ. 15 йәшлек баланың диагнозы ауыр – церебраль фалиж. Шәхсән уның үҙенә инвалид коляскаһы, ғаиләһенә кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алдыҡ. Андрей инвалид коляскаһын ғүмерендә беренсе тапҡыр күрҙе.

Шулай уҡ яҡташтар Луганск Республикаһының Петровское ҡалаһында урынлашҡан коррекция мәктәбендә тәрбиәләнеүсе йәтимдәргә кейем, уйынсыҡтар һәм төрлө тәм-том алып барып тапшыра. Балалар Бахмут янынан, Стахановск балалар йортонан эвакуацияланған.

Илнур Зиннур улы шәхсән түшәктә ятҡан инвалид ҡартҡа коляска алып бара. Оло ир бүләкте күреп, күҙ йәштәрен тыя алмай. Хәҙер уның тышҡа сығып йөрөү мөмкинлеге бар.

Красный Луч ҡалаһында йәшәүсе ҡатынға Ишембай психоневрология интернатынан инвалид коляскаһы тапшырыла. Ҡатын 30 йыл буйына уға бер кем дә ярҙам итмәүен белдерә, ишембайҙарға ҙур рәхмәтен еткерә.

ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР
ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР
ИЗГЕ ЭШ МЕНӘН СӘФӘР
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас