Йәмғиәт
15 Июль 2023, 10:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡолғона ауылында йәшәүсе Зилиә Токбулатованың ике улы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп йөрөй.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

13 июль көндө Зилиә Зөлфәр ҡыҙына туғандары, ауылдаштары ярҙам күрһәтте - өй бураһын күтәреп ултыртты. Был ҙур эште башҡарып сығыуҙа күрше Маҡар ауылынан килгән ир-уҙаманы Венер, ҡустыһы Азат менән улы Азамат, Ғалимов Мәүлит, Ахтямов Юлай, йәш егеттәр Ипатов Арсен, Гардеев Никитаның ярҙамы тос булды.

Ауылдың мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Гөлсара Тағай ҡыҙы һәм "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы Гөлсирә Ғәлиәхмәт ҡыҙы уларҙы тәмле аш-һыуҙары менән һыйланы.

Изге эште башҡарып сығыусыларға Аллаһ Тәғәлә әжер-сауаптарын насип итһен! Яҡтар яугирҙарға иҫәнлектә-һаулыҡта имен-аман йөрөп ҡайтып, яңы өйҙәрендә йәшәргә насип булһын! Егеттәрҙең кесе ҡустыһы Алмаз да үҙен оҫта ойоштороусы, эш рәтен яҡшы белеүен күрһәтте.

 

Фото: https://vk.com/public203091813

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡолғона социаль-мәҙәни үҙәге
Читайте нас