Йәмғиәт
7 Июль 2023, 07:00

Сауаплы эштәр башҡара хирургтар

Ишембай үҙәк район дауаханаһында махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгәндә яраланған ике яҡташыбыҙға операция эшләнде. Яугирҙарҙың береһенә операцияны хирург Денис Камалов менән ярҙамсы табип Илнур Хөсәйенов эшләне.

Сауаплы эштәр башҡара хирургтарСауаплы эштәр башҡара хирургтар
Сауаплы эштәр башҡара хирургтар

Хирургия бүлеге мөдире Денис Камалов Ишембай үҙәк район дауаханаһында үткән йылдың ноябренән алып эшләй. Беҙҙең ҡалаға ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан күсеп килә. Дөйөм эш стажы – 9 йыл, шуның биш йылы – табип вазифаһында. Беҙ Денис Хәлимулла улы менән уның эше тураһында әңгәмәләштек.

- Һеҙ ҡайҙа тыуып үҫтегеҙ, ниндәй уҡыу йортонда белем алдығыҙ?

- Сығышым менән Ғафури районынанмын. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланым. Аҙаҡ хирургия буйынса интернатура үттем.

- Быға тиклем бындай операция эшләгәнегеҙ булдымы?

- Юҡ, беренсегә эшләнем. Әлбиттә, быға тиклем дә төрлө, шулай уҡ бысаҡ һәм башҡа яралары булған пациенттарға операция эшләргә тура килде. Әммә ләкин, бәхеткә күрә, бындай осраҡтар йыш күренеш түгел. Теория яғынан мин әҙер инем, тик практикала был минең беренсе тәжрибәм.

- Операция нисек үтте?

- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир миномет атыш барышында бөртөксәле яра алған. Еңел сығарыла торған бөтрөксәләрҙе урында уҡ алғандар. Тик ҡыйын
сығарыла торған дүрт бөртөксәне ала алмағандар. Был эште иһә беҙ үҙебеҙҙең хирургия бүлегендә башҡарҙыҡ. Операция яҡынса сәғәт ярым барҙы. Һөҙөмтәлә пациенттың тәненән өс бөртөксә алынды. Дүртенсеһен ҡалдырырға тура килде, сөнки уны алыу өсөн икенсе табиптар бригадаһы талап ителә. Йәшәү сифаты үҙгәрә,
әлбиттә, әммә был йәшәргә ҡамасауламай.

- Бындай эштең үҙенсәлеге нимәлә?

- Бындай яраланыу булғанда бөртөксә тәндең бер урынынан инеп, бөтөнләй икенсе урынға барып сыға ала, йәғни мускулдар араһында йөрөй. Миңә быға тиклем дә пациенттарҙың тәненән төрлө әйберҙәрҙе сығарырға тура килгәне бар, әммә бөртөксә менән эшләү күпкә ҡатмарлыраҡ. Хирургия теле менән әйткәндә, яра урыны
дөрөҫ формала булмай. Бөртөксә мускулдар араһында тороп ҡалған, шуға ла эшләүе ҡыйын. Шуға ҡарамаҫтан, теорияны яҡшы беләһең икән, барыһын да дөрөҫ һәм һөнәри оҫталыҡ менән эшләп була. Пациенттың һаулығы һәм ғүмере беҙҙән тороуын яҡшы аңлайбыҙ.

- Операцияның уңышлы үтеүе ярҙамсы табиптан да торамы?

- Әлбиттә. Әгәр ҙә ул үҙ эшенең оҫтаһы һәм операция эшләүсе табиптың нимә эшләрен алдан аңлап тора икән, барыһы ла еңелерәк һәм тиҙерәк эшләнә. Был осраҡта миңә тәжрибәле табип ярҙамлашты. Мин уға рәхмәтлемен.

- Ғәҙәттә, көнөнә нисә операция эшләйһегеҙ?

- Бөгөн минең эш графигым ошолай: иртән дежурлыҡҡа киләм дә икенсе көндө 16.00 сәғәттә өйгә ҡайтып китәм. Бер тәүлектән һуң 16.00 сәғәттән алып иртәнгә тиклем йәнә дауаханаламын. Көнөнә 2-3 операция эшләйем. Ашығыс операциялар һаны иһә аҙнаһына 15-20 булып китә. Бүлек мөдире булараҡ ауырыуҙарҙы ла ҡабул итәм. Уларҙы дауалайым һәм операция эшләү өсөн планлы һайлау үткәрәм.


Автор фотоһы

Автор:Юлиә Новоженина
Читайте нас