

Сыңла салғы! Болон иҙерәп тыңла
Йыл буйына етһен был сыңдар.
Һабантуйҙа бәйге һымаҡ бөгөн,
Был төштәрҙә түгел, ысындар.
Болондарҙа салғы сыңлағанда
Тыңлағанда уны бөтәбеҙ,
Тыуған ерҙең ҡотҡа ҡотайыуын,
Илгә бәрәкәттәр көтәбеҙ.
Заманалар үҙгәрә, ялан яғында ғына түгел, тау яҡтарында ла, хатта төпкөл ауылдарҙа ла ҡул менән бесән сабыу онотола бара. Техника заманаһы бит.
1 июль көндө Яңы Һәйет ауылының Быҙаулыҡ аҡланында шаулап-гөрләп "Сыңла салғы" тип исемләнгән фольклор байрамы үтте. Көндәр үтәлә матур булды, байрам була торған ергә алдан ҡыуыш эшләнеп, таған ҡоролдо.
Ысын бесәнселәр ярышы булды был сара. Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Закир Халиков йәштәргә салғы сүкеү серҙәренә төшөндөрһә, Хәйҙәр Сибәғәтуллин матур итеп салғы сүкеп күрһәтте. Егеттәр хатта гәзиттән башҡа кейә торған эшләпә лә эшләп ҡаранылар. Аҙаҡ салғыларҙы янып алып, егеттәр араһында сәмле ярыш башланды.
Беҙ уйлағанса үтәлә ябай хеҙмәт түгел ул бесән сабыу! Ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты һанай торған оло, кәрәкле эш һанала беҙҙең яҡта. Алдан әҙерләнгән ерҙә 3 команда ирҙәр, 1 команда ҡатын-ҡыҙҙар көс һынашты. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа һынатманы. Шулай булмай ни һуң - улар бит бәләкәйҙән бесән сабып, күбә күбәләп, кәбән һалып үҫкән кешеләр!
Ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Вахитов Илфат, Вахитов Радик, Ғөбәйҙуллина Гүзәл байрамда ҡатнашыусыларға бүләктәр алыуҙа ярҙамлашты. Байрам һуңында төтөн еҫе һеңгән тәмле урман сәйе эсеп таралыштыҡ.
Байрамда ҡатнашҡан, ауыл яҙмышы өсөн битараф булмаған ауылдаштарға оло рәхмәтемде белдерәм!