Йәмғиәт
28 Июнь 2023, 11:00

Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң

Бөгөн Перегонный биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан мәсет биләмәһендә Ҡорбан байрамы гөрләп үтте. Байрам сараһында Перегонный һәм Бурансы биҫтәләре халҡы әүҙем ҡатнашты.

Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиңМәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң

- 2001 йылда ҡасаба аҡһаҡалдары мосолман зыяраты һәм мәсет төҙөргә кәрәк, тигән ниәт менән сығыш яһаны. 2002 йылда улар муниципаль район хакимиәте аша 40 сутый ер юллап алды, - тип уртаҡлашты Минзәлә Усманова. - Мәсет биш йыл элек төҙөлә башлағайны, финанс етмәү сәбәпле тотҡарланып торҙо.

Перегонный биҫтәһе имам-хатибы Алмаз Бикмөхәмәтов белдереүенсә, проект буйынса мәсет ике ҡатлы булырға тейеш, унда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Бөгөнгә Перегонный һәм Бурансы халҡы көсө, шулай уҡ ҡайһы бер бағыусыларҙың ярҙамы менән бинаның нигеҙе, беренсе ҡаты төҙөлгән. Эшләйһе эштәр ҙә, сығымдар ҙа күп көтөлә. Һис шикһеҙ, бағыусылыҡ ярҙамы ла кәрәк.

Бөгөнгө сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм башҡа ауылдаштар ҡорбанға дүрт һарыҡ салды. Яҡташтарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип доға ҡылынды.

Салауат ҡалаһынан хәләл кафе хужалары халыҡты тәмле былау менән һыйланы.

Перегонный мәсетен төҙөүҙә ҡатнашырға, ярҙам итергә теләүселәр имам-хатиб Алмаз Бикмөхәмәтовҡа шәхсән мөрәжәғәт итә ала. Телефон: 89825010797

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Мәсет төҙөү йәннәттә һарай һалыуға тиң
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас