Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн килтерелгән ҡорбандарыбыҙ ҡабул булып, уның бәрәкәтендә илебеҙгә тыныслыҡ, дәүләттәр һәм халыҡтар араһында татыулыҡ килһен! Тормошобоҙға, ғаиләләребеҙгә, балаларыбыҙға хәйерле ғүмер насип итһен!
Барыбыҙға ла Аллаһы Сүхәнәһү үә Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, уның сикһеҙ рәхмәтендә булырға насип итһен! Халҡыбыҙҙың иманы, рухы, ғилеме, үҙаңы үҫһен, хәйерле халыҡтарҙан ҡылһын! Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы үҙенең һиҙиәтенә, тура юлына күндерһен, уларҙы динебеҙҙе алға әйҙәүселәрҙән итһен!
Киләһе байрамдарыбыҙҙы ла иманыбыҙ ҡеүәтендә, юғалтыуҙарһыҙ бергә ҡаршы алырға насип итһен!
Ишембай районы мөхтәсибәте.