

Айтуған Этҡол ауылында йәшәүсе Раушания менән Сәлим Баисламовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Белеүебеҙсә, Сәлим Әүхәҙи улы ваҡытында ауылда милли көрәш буйынса тренер булып эшләй. Район, республика кимәленә бер нисә быуын көслө көрәшселәр үҫтереп сығарған кеше ул. Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән,
ти халҡыбыҙ. Айтуған да бәләкәйҙән келәмдә көрәшеп үҫә. Ғөмүмән, Баисламовтар районыбыҙҙың уңған ғаиләләренең береһе. Уларҙың шундай әүҙем егет тәрбиәләп үҫтереүҙәренә аптырайһы түгел, әлбиттә.
- Биш йәш тирәһендә тәүге тапҡыр келәмгә сығып, мәктәпте бөткәнсе район, республика ярыштарында көрәшеп йөрөнөм. Университетта уҡығанда, ваҡыт аҙыраҡ булыу сәбәпле, был спорт төрөн ҡалдырырға тура килде. Шулай ҙа, ул минең йөрәктә, ҡанымда тип әйтергә була, - ти Айтуған.
Әлбиттә, тәрбиә тәү сиратта ғаиләнән башланһа, баланы шәхес булараҡ тәрбиәләүҙә уны уратып алған мөхит тә ҙур йоғонто яһай. Айтуған 2-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыған йылдарҙа белемгә ынтылыусан, үҙ фекерле гимназист була.
- Уҡытыусыларыбыҙ бик көслө ине. Беҙҙе рухи яҡтан байытып, яңы үрҙәргә ҡанатландыра белделәр. Уларға бик тә рәхмәтлемен, - ти егет.
Гимназиянан һуң яҡташыбыҙ Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын тапшыра һәм студент булып китә. Табип һөнәрен һайлауҙа әсәй өлгөһө лә роль уйнағандыр – Раушания Ғайса ҡыҙы утыҙ йылға яҡын Этҡол ауылы амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Бөгөнгө көндә Айтуған дауалау факультетының алтынсы курсын тамамлап, имтихандар тапшырыу менән мәшғүл.
- Беренсе курста уҡығанда уҡ егеттәр менән “Сәләм” тип аталған вокал ансамблен булдырып, баш ҡалала үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып, сығыш яһап йөрөнөк. Сәхнәлә алған тәжрибәм миңә “Башҡорт дәүләт медицина университеты мистеры-2022” конкурсында уңышлы ҡатнашырға ярҙам итте. Быға тиклем 2021 йылда Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Ете егет” тапшырыуында ҡатнашыу ҙа минең өсөн сағыу ваҡиға булды, - тип уртаҡлаша ул.
Ошо алты йылда ул Башҡорт дәүләт университетының дәүләт идаралығы кесе академияһын да тамамлап өлгөрә. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығында һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетында стажировка үтә.
Бөгөн ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ла белем ала, республика клиника онкология диспансерының хирургия бүлегендә эшләп тә йөрөй.
- Быға тиклем йылмайып торған, донъяның бар рәхәтләктәрен күреп йәшәгән кеше ҡайһы саҡ ҡаты сир арҡаһында күҙ алдыңда һүнә башлауын күҙәтергә тура килә. Был мәл кеше организмы шул тиклем көсһөҙ икәнен аңлайһың. Табип дауаларға ғына түгел, сир тураһында төплө мәғлүмәтле булырға ла тейеш. Шуға ла мин ординатураны
“Онкология” йүнәлеше буйынса үтергә йыйынам, - ти Айтуған.
2017 йылдан алып ул Ишембай районының йәш яҡташтары берлеге рәйесе булып тора. Райондар араһында үткәрелгән төрлө спорт ярыштары, мәҙәни конкурстарҙа Ишембай командаһын туплап, һәр саҡ алға әйҙәй. Бер тәүлектә 24 кенә сәғәт. Үҙ елкәһенә алған барлыҡ йөкләмәләрҙе лә тырыш һәм әүҙем яҡташыбыҙ ошо арауыҡта
лайыҡлы үтәп өлгөрә.
- Үҙ халҡыма тоғро хеҙмәт итеү, уның киләсәгенә битараф булмау, әлбиттә, атай-әсәй тәрбиәһенән килә. Шуға ла мин уларға сикһеҙ рәхмәтле, - ти яҡташыбыҙ.
Районыбыҙ бәҫен артабан да төшөрмәй, тағы ла юғарыраҡ күтәрелеүеңде теләйбеҙ һиңә, Айтуған!
Фотолар Айтуған Баисламовтың шәхси архивынан.