

Турслетҡа республиканың 21 учреждениеһынан 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Тәүге көндө үк улар поход тормошона тулыһынса сумып, палаткалар ҡорҙо, усаҡ өсөн урын әҙерләне, утта ашарға бешерҙе һәм мәҙәни конкурста ҡатнашты. Жюри ағзалары шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың палатка лагерҙарын ҡарап, баһа ҡуйҙы. Бөгөн иһә командалар спорт ярыштарында үҙ көсөн һанай.
- Фестиваль 1997 йылдан алып йыл да төрлө райондарҙа үткәрелеп килә. Бары тик коронавирус пандемияһы осоронда ғына ике йыл ойошторолмай торҙо, - тип билдәләне фестивалде асыу тантанаһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арсланов.
Ишембай командаһында дүрт кеше. Команда ағзаһы Салауат белдереүенсә, был турслетты улар йыл да көтөп алалар, сөнки республиканың төрлө матур урындарын күрәләр, яңы кешеләр менән танышалар, элекке дуҫтары менән осрашалар, ваҡыттарын күңелле итеп үткәрәләр.
Фестивалдең еңеүселәре хаҡында гәзиттең киләһе һанында хәбәр итербеҙ.
Автор фотолары һәм видеоһы.