Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 05:00

Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!

1941 йылдың 22 июне таңында фашист Германияһы иғлан итмәйенсә илебеҙгә ябырыла. 1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы 27 миллионға яҡын кешеһен юғалта.

Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай. Республиканан 278 яугир һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Был аяуһыҙ һуғышта халҡыбыҙ еңеү яулай. 1996 йылдан алып 22 июнь Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Был көндө беҙ һуғыш яландарында батырҙарса һәләк булған, госпиталдәрҙә яраларҙан мәрхүм булған, концлагерҙарҙа михнәт сиккән, һуғыштан ҡайтып вафат булғандарҙы иҫкә алырға бурыслыбыҙ.

Кисә ҡалабыҙҙың Геройҙар аллеяһында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг үтте. Унда муниципаль район советы рәйесе Галина Баканова, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, төрлө өлкә етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар һәм райондаштар ҡатнашты. Улар мәңгелек ут эргәһендәге һәйкәлгә сәскәләр һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

- Бөгөн беҙҙең ил мөһим датаны – Хәтер һәм ҡайғы көнөн билдәләй. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындарыбыҙҙы, яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, - тип һүҙ башланы Азат Альберт улы. - Белеүегеҙсә, Бөйөк Еңеүгә юл оҙаҡ һәм ауыр була. Унда барлығы 27 миллион кеше һәләк була. Меңәрләгән ҡалалар, ауылдар ут эсендә ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең совет солдаты бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға һәм азатлыҡ булдыра. Бөйөк Еңеүгә Ишембай ҙа тос өлөш индерә. Беҙҙең яҡташтар беренсе көндән алып һуғыш аҙағынаса үҙҙәрен аямай көрәшә. Бөгөн илебеҙ 1941 йылдың 22 июне башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләй. Рәсәй хәрбиҙәре Украинаның ҡала һәм ауылдарын нацизмдан азат итеүҙә батырлыҡ күрһәтә. Барығыҙҙы ла ошо тарихи ваҡиғаларға ихтирам менән ҡарарға саҡырам. Алғы һыҙатта булған яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүселәрҙең һәр береһенә рәхмәтлемен. Гуманитар ярҙам туплау, посылкалар йыйыу, хәрбиҙәргә ярҙам итеү эше бер туҡтауһыҙ алып барыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ишембай районынан Бөйөк Ватан һуғышында 26 мең кеше ҡатнаша. Уларҙың өс меңгә яҡыны яу яланында ятып ҡала. 8600 кеше хәрби миҙалдар һәм ордендар менән наградлана. Алты яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була.

Мәңгелек дан һәм хөрмәт һеҙгә!

 


Автор фотолары һәм видеоһы.

Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас