

Сараның тантаналы өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова табиптарҙы, фельдшерҙарҙы һәм шәфҡәт туташтарын ихлас ҡотлап Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ҡала хакимиәте һәм Ишембай үҙәк район дауаханаһының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Тап һеҙ кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ. Күп йылдар үҙ эшенә тоғро ҡалған һаулыҡ һаҡлау ветерандарын айырым билдәләп үтәһе килә. Һеҙҙең талантығыҙ, күп йыллыҡ тәжрибәгеҙ районыбыҙға хеҙмәт итә. Ҡала һәм район халҡы исеменән һәм үҙемдең исемдән һаулығыбыҙ хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине ул.
Бөгөн Ишембай районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә меңдән ашыу табип, фельдшер, шәфҡәт туташы, санитар эшләй. Ял һәм байрам көндәрендә лә улар операция өҫтәле артында тора, ҡаты сирлеләрҙе ҡотҡара, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә, сабыйҙарға был донъяға килергә ярҙам итә. Ҡолғона табип амбулаторияһында завхоз-кастелянша булып эшләүсе Әҡлимә Вәлиева Ишембай районы муниципаль районының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
- Дауаханала 17 йыл эшләйем. Хаҡлы ялда булһам да хеҙмәт юлымды дауам итәм. Эшемде бик яратам. Мин учреждениены мебель, махсус инвентарь менән тәьмин итеү, төрлө хужалыҡ маҡсаттары өсөн бүленгән средстволарҙы һәм материалдарҙы маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы контролдә тотоу өсөн яуаплы. Кабинеттарҙы, техник биналарҙы ремонтлауҙы ойошторам, башҡарылған эштәрҙең сифатын анализлайым. Үҙәк район дауаханаһына медицина анализдарын килтерәм, - ти Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы.
Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов коллегаларын ҡотлап, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Табип һөнәре - иң мөһим, изге һәм әһәмиәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Һеҙ иң мөһимен - кешенең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәһегеҙ. Изге хеҙмәтегеҙ хөрмәт уята. Хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ, түҙемле булыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм! - тине Ринат Илдар улы.
Аҡ халатлылар өсөн мәҙәниәт бүлеге сағыу, бай программа ойошторҙо, унда Ишембай мәҙәниәт һарайы артистары һәм ижади коллективтары ҡатнашты. Байрам концерты медицина хеҙмәткәренең мәрхәмәтле хеҙмәте өсөн рәхмәт һәм хөрмәт билдәһе булды.
Автор фотолары.