Уны әҙерләү өсөн 1:1:1 нисбәтендә ҡара миләш, балан, бал кәрәк. Барыһын бергә ҡушып, быяла банкаға һалып, капрон ҡапҡас ҡаплап, һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ.
Әгәр ҡан баҫымығыҙ күтәрелә башлай икән, ошо төнәтмәне 1 аш ҡалағы алып ҡабығыҙ ҙа 1 стакан йылы һыу менән эсегеҙ. Балан һәм ҡара миләш баш ауыртыуынан да файҙалы. Ә бал иһә тынысландыра ла.