Йәмғиәт
20 Июнь 2023, 10:30

Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты

Бөгөн, 20 июндә, ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу уҙҙы. Абу һәм Моздок ҡушамалы яугирҙар тыуған яҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осраштыИшембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты

Хәрбиҙәр балаларға мобилизацияға тиклем нимә менән шөғөлләнеүҙәре, әлегә ваҡытта алғы һыҙатта ниндәй хәрби бурыстар үтәүҙәре тураһында һөйләне.

- Әрменән һуң мин Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләнем. 2022 йылдың сентябрендә ҡулға повестка алып, Ишембайҙан тәүгеләрҙән булып мобилизацияландым, - тине Абу ҡушаматлы яугир. - Беҙҙең ротала яҡташтар бик күп. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Тыуған яҡтан даими рәүештә гуманитар ярҙам да килеп тора. Маскировкалау селтәрҙәрен тотонабыҙ, балаларҙың хаттарын ҡабат-ҡабат уҡыйбыҙ.

Осрашыу барышында балалар яугирҙарға бер-бер артлы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы һәм "Самауыр янында ҡунаҡта" тип аталған сарала ҡатнашырға саҡырҙы.


Осрашыу тураһында тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары.

Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Ишембайҙа балалар яҡташ-яугирҙар менән осрашты
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас