

Йәйен шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙа асыҡ тәҙрәләр ҙур хәүеф булып тора. 4 июндә Учалы районында бер йәшлек бала дүртенсе ҡаттан осоп төшә, сабый иҫән ҡала. Йәнә бер фажиғәле хәл май аҙағында Өфөлә теркәлә: өс йәшлек бала туғыҙынсы ҡаттан осоп төшөп һәләк була. Йәйге осорҙа балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү маҡсатында беҙ Ишембай үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлеге мөдире Гөлфиә ПСӘНЧИНА менән әңгәмәләштек.
- Гөлфиә Тәлғәт ҡыҙы, айырыуса йәйен балаларҙың тәҙрәнән осоп төшөү осраҡтары йышая. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
- Өлкәндәргә яҡшы билдәле булыуынса, тәҙрә бала өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ата-әсәләрҙең тейешенсә ҡарап еткермәүе һәм пластик тәҙрәгә ҡуйылған москит селтәрҙәре фажиғәгә килтереүе ихтимал. Бейеклектән осоп төшкәндә балалар ауыр йәрәхәт ала, ҡайһы саҡта һәләк була, ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Шуға ла бәләкәйҙән балаға тәҙрә төбөнөң һәм тәҙрәнең хәүефле урын булып тороуын ныҡлы аңлатырға кәрәк. Москит селтәре баланы ҡотҡарып ҡалыр тип уйлау яңылыш, ул баланың тән ауырлығы өсөн эшләнмәгән. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә баланың бер үҙен ҡалдырмағыҙ. Тәҙрә янынан өҫтәл-ултырғыс, диванды шылдырығыҙ, бала менмәҫлек итегеҙ. Тәҙрә тотҡаһының төбөндәге ҡаплауысты шылдырып шөрөптәрҙе бороп, тотҡаны алып ҡуйығыҙ. Кәрәккәндә генә елләтеү режимына ҡуйырға мөмкин. Махсус ябыу системаһы була, унда ырғаҡтар тәҙрәне бикләп тота, шуны алып ҡуйығыҙ.
- Йылына бындай бәхетһеҙ осраҡтар күпме булғаны билдәлеме?
- Статистикаға ярашлы, былтыр Рәсәйҙә 1400-ҙән ашыу осоп төшөү осрағы теркәлгән, 200-ҙән ашыу кеше һәләк булған. 2022 йылда Башҡортостанда туғыҙҙан ашыу бала тәҙрәнән осоп төшкән.
- Балалар йышыраҡ ниндәй йәрәхәттәр ала?
- Баш һөйәге, баш мейеһе, умыртҡа һөйәге йәрәхәттәре, ҡулдар-аяҡтарҙың һыныуы.
- Ниндәй йәштәге балалар йышыраҡ тәҙрәнән осоп төшә?
- Бер йәштән алып биш йәшкә тиклемге балалар – иң хәүефле осор. Был йәштә улар үтә ҡыҙыҡһыныусан була. Шулай уҡ ата-әсәләргә йоҡлап ятҡан балаларын яңғыҙҙарын ҡалдырып китергә кәңәш итмәйем. Сөнки бала бейеклеккә ҡарағанда, яңғыҙы ҡалыуҙан нығыраҡ ҡурҡа. Ҡайһы бер өлкәндәр өҫ яҡҡа асылған тәҙрәләр хәүефһеҙ була тип иҫәпләй. Был да яңылышыу. Сөнки балалар шуҡ була, бәләкәй генә тишеккә лә еңел үтеүсәндәр.
Бер нисә йыл элек Салауат ҡалаһында шундай осраҡ теркәлде: өләсәһе менән олатаһы асыҡ тәҙрә эргәһендә дүрт йәшлек ейәндәрен ашатып ултырған мәлдә бала бишенсе ҡаттан осоп төшә һәм һәләк була. Хрущевка тип аталған йорттарҙа тәҙрә төптәре шулай нәҙек, уңайһыҙ эшләнгән. Йәғни бала эргәһендә булып та, бәхетһеҙ осраҡҡа тарырға мөмкин.
- Йәйен шулай уҡ тиҫтәләгән балалар һыуҙа батып ҡорбан була. Быны нисек булдырмаҫҡа?
- Һыу инеү ҡағиҙәләрен даими рәүештә иҫкәртеп торһаҡ та, ҡорбан булыусылар теркәлә. Үҙеңде һәм балаңды һаҡлап ҡалыу өсөн махсус ҡоролмаған һәм таныш булмаған урындарҙа һыу инмәҫкә кәрәк. Бер нисә ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотоу ҙа мөһим. Ярҙан йыраҡҡа йөҙөп китмәгеҙ. Балаларҙы яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Һыу эргәһендә шаян уйындар уйнатмағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй башланып ҡына тора, ә Башҡортостанда һыуға батыусылар теркәлде лә инде. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр ҙә өлкән кеше бата башлаһа, ҡысҡырып ярҙамға саҡыра, ә бала шым ғына һыу аҫтына китә. Өлкәндәр уны яр буйлап эҙләгәнсе, ул һыу аҫтында тонсоға. Шулай уҡ йәйен урам буйҙарында ҡарауһыҙ йөрөгән балалар тураһында ла әйтеп үтке килә. Көндөҙ өлкәндәр эштә, ә мәктәптәрҙә каникулдар башланды. Әгәр ҙә үҫмерҙәр төркөм менән йөрөп, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам күрһәтә алһа, ун йәшкә тиклемге балалар йышыраҡ яңғыҙы йөрөй, һыу буйына бара. Берәй хәл була ҡалһа улар тиңдәш дуҫына нисек дөрөҫ ярҙам итергә кәрәклеген дә белмәйәсәк.
Әле шулай уҡ күптәр тәбиғәткә барып ял итә, утта шешлек бешерә. Бик күп осраҡтарҙа балалар ут тоҡандыра торған махсус шыйыҡса йәки бензинды һыу тип уйлап яңылыш эсеп, ашҡаҙандарын яндыра, ағыулана. Атай-әсәйҙәр! Балаларҙың хәүефһеҙлеге бары тик һеҙҙән тороуын онотмағыҙ!
Автор фотоһы.