

- Фәрит Риф улы, үҙегеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, хеҙмәтегеҙ, ниндәй эштәр башҡарыуығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Мин ауылда тыуып үҫтем. А.Ф.Можайский исемендәге Хәрби инженерҙар институтына уҡырға индем. Хәрби-һауа инженерҙар академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң Мәскәүҙә хәрби хеҙмәтемде дауам итергә тәҡдим иттеләр. Әммә мине тыуған республикам үҙенә тартты, шуға ла Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһына йүнәлтмә алдым. Үкенескә күрә, ул 1999 йылда ябылды. Һөнәри эшмәкәрлегемдә яңы этап - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәрби хеҙмәт башланды.
Биш йылдан һуң Пенза өлкәһенең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары итеп күсергә тәҡдим иттеләр, ләкин унан баш тарттым. Башҡортостанға ҡайтҡас, “ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәк булырға тейешмен” мәҡәленә тоғро булып, тыуған республикамда ҡалдым. Яратҡан фильмым: “Офицерҙар”. Был фильм геройҙарының береһе әйтеүенсә: “Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау” һүҙҙәре менән тормош юлымды баһалай алам.
22 йыл хәрби хеҙмәттән һуң “гражданка”ға күскәс, бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһында артабан да эшемде дауам итәм. Ғәҙәттән тыш ведомство эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге килеп тыуған мәсьәләләрҙе сифатҡа ташлама яһамайынса тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә, был, әлбиттә, етәкселек стилемдә лә эҙ ҡалдыра. Хеҙмәткәрҙәремә был талаптарҙы ҡуйырға мәжбүрмен һәм үҙем өлгө булып торорға тейешмен.
Тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеүем әсәйемдән килә. Ул 30 йылдан ашыу ауыл мәктәбе директоры булып эшләне. Уҡытыусылар үҙ-ара “тиҙ-тиҙ” тип бербереһен саҡыралар ине. Әсәйем үҙе ҡушҡан йөкләмәләрҙе үтәтер өсөн, уларҙы шул тиклем ашыҡтырған. Форсаттан файҙаланып, әсәйемә проблемаларҙы үҙемә хәл итергә, бәләкәйҙән үҙ аллы булырға өйрәткәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Был уның яғынан мәжбүри сара ла булды, сөнки ата-әсәйем көнө буйы мәктәптә, һуңынан ауыл сараларында ҡайнаны. Бәләкәйҙән үҙ-үҙемде ҡарап үҫтем. Өҫтәүенә, сәңгелдәктән хәстәрлек күргән бәләкәс кенә һеңлемде лә ҡараша инем әле. Һөйөклө әсәйемә 88 йәш тулды, әле булһа ул үҙенең ейәндәрен ҡараша.
- Һеҙгә Ишембай ҡалаһы һәм районы нимәһе менән яҡын?
- Ишембай ере менән тәүге танышыуым туҡһанынсы йылдарҙа уҡ булды. Ул саҡта мин Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһы профессоры сифатында Ишембай ҡалаһының Республика кадет мәктәпинтернатын ойоштороуҙа ҡатнаштым. Һуңынан, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлек начальнигы булып эшләгәндә, Ишембайҙа ҡотҡарыусылар әҙерләү программаһын индереп, артабан, республиканың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы аппаратының бүлек мөдире
вазифаһында уҡ, Ишембай ҡалаһындағы Республика кадет мәктәп-интернатын Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы итеп үҙгәртеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаштым.
- Район халҡына янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыуҙың мөһимлеге тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан Республикаһының айырым граждандарына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында”ғы Указына ярашлы, республика халҡына бушлай янғын иҫкәртеүсе приборҙар бирелә. Был эш башында граждандарҙың ике категорияһы ғына мини сиреналар менән республика бюджетынан тәьмин ителһә, бөгөнгө көндә льготалы категориялар исемлеге 12-гә тиклем киңәйтелде, улар араһында - күп балалы ғаиләләр, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, һуғыш балалары, 55 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән граждандар бар. Ошо сиреналар ярҙамында республикала 1007 кеше, шул иҫәптән 382 бала ҡотҡарылды. Ишембайҙарға иһә 6,5 меңдән ашыу мини сирена бирелде. Улар һөҙөмтәһендә 21 кеше, шул иҫәптән 8 бала ҡотҡарылған.
Быйыл республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың йөкләмәһен үтәү маҡсатында тағы ике категорияны өҫтәргә йыйынабыҙ. Улар - баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә даими теркәлгән граждандар, шулай уҡ шәхси йорттарҙа йәшәгән пенсия йәшендәге граждандар. Районда янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролмалар биреү буйынса эште ғәҙәттән тыш ведомствоның Янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы Олег Иванович Марков алып бара. Льготалы категорияларҙың береһенә ҡараһағыҙ, мини сиренаны бушлай алыу өсөн 8-962-543- 70-48 телефоны буйынса туранан-тура уға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ ғаризаны республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайты аша бирергә тәҡдим итәбеҙ. Мини сирена алырға теләүселәр “Дәүләт хеҙмәттәре” республика интернет-порталына йәки Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. 8 (347) 272-00-24 телефоны аша янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар алыу тәртибе буйынса һорауҙар бирергә, шулай уҡ уларҙы алыуға заявкаларҙы эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡалдырырға мөмкин.
- Һайран депоһы тураһында мәғлүмәт бирһәгеҙ ине. Унда нимәләр буласаҡ?
- Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указын үтәү маҡсатында беҙҙең ғәҙәттән тыш ведомство 2020 йылда Һайран ауылында янғын һүндереү часын асты. Ул, бер яҡтан, һайрандарҙың ғына түгел, эргә-тирәләге ауылдарҙың да янғындан һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн мөһим. Икенсе яҡтан, янғын часын асыу менән ауыл халҡына 16 яңы эш урыны булдырылды. Бөгөн был подразделениеға 12 тораҡ пункт ҡарай, уға 37 социаль әһәмиәтле объект һәм 2000-дән ашыу торлаҡ йорт инә. Йыл һайын Һайран янғын һүндереүселәре янғын һүндереү, юл-транспорт ваҡиғаларына һәм иҫкәртеү эштәре өсөн 100-ҙән ашыу юлға сыға. Тәүҙә янғын һүндереүселәрҙе урынлаштырыу, техника өсөн тиҙ ҡоролоусан модулле янғын депоһы һәм шәхси состав өсөн блок-контейнерҙар ҡуйылды. Быйыл июль айында Һайран янғын һүндереүселәренә дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу булған ике урынлыҡ янғын депоһының кирбес бинаһы төҙөлә башлаясаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Янғын часы төҙөлөштөң һәм энергия һаҡлауҙың заманса технологияларын ҡулланып төҙөләсәк, Һайран ауылында иң бейек бина буласаҡ: башняның бейеклеге 14,7 метр тәшкил итәсәк. Яңы бинала янғын һүндереүселәр халыҡ менән профилактик эш алып барасаҡ, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге һәм спорт уйындары буйынса практик дәрестәр үткәреү өсөн балаларҙы янғын бүлегенә саҡырасаҡ. Тейешле база яңы янғын депоһын төҙөгәндә ҡарала: 50 метр оҙонлоғонда йүгереү өсөн юлдары менән уҡыу башняһы, аудитория, ике спорт майҙансығы - урамда тренажерҙа шөғөлләнеү өсөн алты тренажер менән бер майҙансыҡ һәм резина япмалы волейбол майҙансығы (ҡышҡыһын - хоккей майҙансығы).
- Ишембай районы ауылдарына янғын һүндереү техникаларын тапшырыу буйынса эш нисек бара?
- Ишембай районы территорияһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Петровский һәм Һайран ауылдарында ике янғын һүндереү часы
урынлашҡан. Уларға УРАЛ-5557 шассийы нигеҙендә алты кубометрлыҡ дүрт яңы янғын һүндереү автоцистернаһын тапшырҙыҡ. Шулай уҡ Ишембай районының ирекле
янғын һүндереү командалары техникаһын яңыртыуҙа ла ярҙам итәбеҙ: Әрмет һәм Һайран ауыл Советтарына тағылма янғын һүндереү техникаһын тапшырҙыҡ. Быйыл Маҡар ауыл Советы тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың машина эшләүселәре етештергән яңы модернизацияланған янғынға ҡаршы тағылма аласаҡ. Ишембай ирекле янғын һүндереүселәрен профессиональ янғын һүндереү автоцистерналары менән йыһазландырабыҙ. Быйыл был техниканы УРАЛ-5557 шассийы нигеҙендә Этҡол ауыл Советы аласаҡ, быға тиклем беҙҙең янғын һүндереү автоцистернаһы Ҡолғона ауыл Советында дежурға ҡуйылғайны.
Ишембай районы тораҡ пункттарында янғын хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса эш дауам ителәсәк.
- Һеҙҙең эшегеҙҙә иң мөһиме нимә?
- Ғәҙәттән тыш ведомство хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡотҡарылған граждандарҙан, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тейешле ярҙам алған кешеләрҙән рәхмәт ишетеү иң ҡиммәтле награда булып тора. Ведомствоға етәкселек иткән йылдарҙа миңә йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килде. Бының менән ғорурланам һәм ул минең өсөн төп награда! Башҡортостан халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да эшләрбеҙ.