

- Шамил Вил улы, ни өсөн һеҙ хирург һөнәрен һайланығыҙ?
- Мин хирургтар ғаиләһендә үҫтем. Шуға ла һөнәр һайлау менән ҡыйынлыҡтар булманы. Әлбиттә, үҫмер саҡта дауаханала, поликлиникала булырға тура килһә, аҡ халатлы табиптарға һоҡланыу һәм хөрмәт менән ҡарай инем. Улар буй етмәҫлек бейеклектә торған, кешеләрҙе ҡотҡарған, дауалаған бик тә хөрмәтле, яуаплы, даһи кешеләр булып тойола торғайны. Атайым Вил Мамил улы билдәле хирург булғас, был өлкәләге бөтә нескәлектәрҙе лә белә инем. Беҙҙең ғаиләлә өс хирург: атайым, ағайым һәм мин. Әсәйем Асия Рамазан ҡыҙы - физика уҡытыусыһы, фән кандидаты. Табип эше - ул кешеләрҙең ғүмере өсөн даими яуаплылыҡ. Күпме пациентты аяҡҡа баҫтырғанымды бер ҡасан да иҫәпләгәнем юҡ. Теләгем: һәр ауырыуҙы ҡулымдан килгәнсе дауалау. Операциянан һуң пациенттың йылмая башлауы һәм дауахананан өйөнә үҙ аяғы менән ҡайтып китеүе минең өсөн бик мөһим.
- Эшегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
- 2007 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университеты өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының хирургия кафедраһы профессорымын. Шулай уҡ табип-хирург булып та эшләйем. Пандемия ваҡытында инфекция госпиталенең баш табибы урынбаҫары булдым. Сирҙе дауалауҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек. Үлем осраҡтарын да мөмкин тиклем кәметтек.
- Һеҙҙең өсөн эшегеҙҙә юғары награда нимә?
- Хирургия, ысынлап та, ғәйәт ҡатмарлы, ауыр, яуаплы өлкә, табип өсөн йәшәү рәүеше, тип әйтер инем, шуға күрә бында осраҡлы кешеләр булмай – быныһы хәҡиҡәт. Ғүмерҙең яртыһы, хатта артығырағы эштә үтә. Мәҫәлән, эш көнө тамам булһа ла, операция бара икән йәки, ауырыуҙарҙың хәленә ҡарап, һин бер нисек тә дауахананы ташлап сығып китә алмайһың. Ашығыс осраҡтарҙа теләһә ҡайһы ваҡытта саҡыртып алыуҙары ихтимал. Үҙемде маҡтағым килмәй. Эштең һөҙөмтәһен күрә белеү кәрәк. Хирург кеше яҙмышы өсөн ниндәйҙер кимәлдә әхлаҡи яуаплылыҡ та кисерә, был тармаҡта ауыр эҙемтәләр ҙә күберәк була. Ҡорос нервылар, түҙемлелек, тыныслыҡ, ҡыйыулыҡ, хәлде контролдә тота белеү – бына ошо сифаттар беҙҙең һөнәр кешеһенә хас булырға тейеш. Йыл һайын Башҡортостандың баш ҡалаһында республиканың иң яҡшы медиктарын һайлайҙар. 2016 йылда мин «Алтын скальпель» төп премияһына лайыҡ булдым. Был минең өсөн ҙур награда.
- Юғары уҡыу йортонда Ишембай студенттары күп уҡыймы?
- Эйе, улар етәрлек, районыбыҙ студенттарына мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Үкенескә күрә, диплом алғандан һуң районға эшкә бик аҙҙар ғына ҡайта. Улар өсөн төрлө программалар бар, минеңсә, тағы ла ҙурыраҡ стимуллау өсөн ниндәйҙер яңы программалар индерергә кәрәктер. Районда фельдшерҙар менән проблема, сөнки күп урындарҙа терапевт урынына фельдшерҙар ҡабул итә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙы яйға һалырға кәрәк. Мәҫәлән, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, ә хеҙмәткәрҙәр юҡ, бына был хәлде лә яҡшыртыу зарур. Был фельдшерҙың пациентты ҡарап сығып, уны ентекләберәк тикшереү һәм артабан дауалауға дауаханаға ебәрә алһын өсөн кәрәк.
- Махсус хәрби операция зонаһында госпиталдә эшләгәнегеҙҙе беләм...
- Эйе, 2022 йылдың көҙөндә махсус хәрби операция зонаһына барҙым. Запорожье өлкәһендә Мелитополь ҡалаһында булдым, ундағы халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаштым. Шулай уҡ Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы госпиталендә хеҙмәттәштәрем менән бергә яугирҙарҙы дауаланым.
- Районыбыҙ һеҙгә нимәһе менән яҡын?
- Минең атайым - Ишәй, ә олатайым (әсәйемдең атаһы) - Ҡарайған ауылынан. Бала сағым ошонда үтте, хәҙер ҙә даими ауылға ҡайтып йөрөйөм. Бала саҡта был ауылдар араһынан Торатау эргәһенән велосипедта елдереп үтә торғайным. Шуға миңә тыуған яғым бик яҡын.
- Һеҙ «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнаштығыҙ. Ни өсөн һеҙ тормошоғоҙҙо сәйәсәт менән бәйләргә һәм республика парламентына кандидат булырға ҡарар иттегеҙ?
- Әйтеп китеүемсә, халыҡты нимә борсоуы миңә аңлашыла. Улар: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юлдар, һыу менән тәьмин итеү. Тыуған районымдың проблемаларына битараф түгелмен. Халыҡ тормошонда ҡайнап, йәшәү сифатын яҡшыртырға теләйем.
Белешмә
Шамил Вил улы 10 уйлап табыу, 310-дан ашыу фәнни хеҙмәт, 7 монография, 8 уҡыу әсбабы, 2 методик тәҡдим авторы, 1 медицина фәндәре кандидатын әҙерләгән. Рәсәй хирургтар йәмғиәте ағзаһы. Кафедраның фәнни эше буйынса яуаплы. Йәш ғалимдар өсөн фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһына лайыҡ. «Георгий Аксаков» ордены менән бүләкләнгән. Төп фәнни йүнәлештәре: абдоминаль хирургия, миниинвазив хирургия, колопроктология, трансплантация хирургияһы.