Йәмғиәт
17 Июнь 2023, 05:00

Ҡайын ороһоноң файҙалыһын нисек танырға?

Кешеләр ысын ҡайын ороһон ялғаны, ҡыу бәшмәк менән бутай...

Ҡайын ороһоноң файҙалыһын нисек танырға?Ҡайын ороһоноң файҙалыһын нисек танырға?
Ҡайын ороһоноң файҙалыһын нисек танырға?

Әбйәлил районынан Салауат Әминевтең белмәгән нимәһе юҡ тиерлек. Ул диндә лә, баҡса ла үҫтерә, шифалы үләндәрҙе лә йыя һәм ҡуллана белә. Әле ул ҡайын сәйе әҙерләр өсөн урманда бик оҙаҡ ҡайын ороһо эҙләй һәм табып ала.

- Бик ҙур, бындайҙы күргәнем юҡ ине әле. Саҡҡа таптым. Кешеләр ысын ҡайын ороһон уның ҡоротҡосо, ялпаҡ бәшмәк менән менән бутай. Ысынының тышы ҡап-ҡара, эсе һоро. Унан сәй әҙерләп эсеү бик файҙалы, - ти ул.

Салауат ағайҙың видеоһын гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ.

 

 

Фото: vsegda-pomnim.com

Гульдар Булякбаева-Бирганова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас