

1943 йылдың 12 июлендә Икенсе донъя һуғышында бик ҙур танк һуғышы була. Курск дуғаһының көньяҡ фарсында хәл иткес алыш башлана: Прохоровка аҫтындағы яланда ике танк армадаһы - дөйөм алғанда, меңдән ашыу бронялы машина бәрелешә. Ауыр алыштарҙан һуң совет ғәскәрҙәре дошмандың һөжүмен туҡтата.
«1943 йылдың 12 июлендә Прохоров һуғышының 80 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғолов наградлана. Ул Курск һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, Батырлыҡ өсөн миҙал һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин миҙал тапшырып һәм ветеранға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләне. Танылған ҡурайсы Фәнил Кинйәғолов ҡурайҙа уйнаны.
Һуғыш йылдарында күрһәткән батырлығы һәм сыҙамлығы өсөн ветеран Нуретдин Кәшәфетдин улы Хисаметдинов та миҙал менән бүләкләнде.
Сержант Хисаметдинов 1940 йылда хеҙмәткә алына, ә 1949 йылда ғына өйөнә әйләнеп ҡайта. Саңғы батальонында, элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, санитар була. Өс тапҡыр яралана, Юғары баш командующий Иосиф Сталиндың 18 рәхмәт хатына, Ватан һуғышы орденына һәм ҡыҙыл Йондоҙға, «Батырлыҡ өсөн», «Кавказды обороналаған өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Варшаваны алған өсөн» миҙалдарына һәм башҡа наградаларға лайыҡ була. Мәскәүҙе яҡлай, Курск һуғышында ҡатнаша, Берлинды штурмлай, Эльбала союздаштары менән осраша.
Автор фотолары һәм видеоһы.