

Насир Хөрмәт улы 1933 йылдың 1 июнендә Үрге Әрмет ауылында Хөрмәт Хәбулла улы менән Һәдия Зариф ҡыҙы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
Насир Хөрмәт улы ауыл мәктәбендә ете класс тамамлай. Шул уҡ йылды Әрмет колхозында эш башлай. 1952-1954 йылдарҙа Азебайджан Республикаһы Баку ҡалаһында артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Насир Хөрмәт улына ауылға ҡайтҡас клуб мөдире вазифаһын тапшыралар. Колхоз етәкселәре уның тырыш, талапсан икәнлеген күреп эшкә саҡыралар. Ул колхозда бригадир, ҡышын ферма мөдире, һуңғараҡ һыйыр һауыу системалары операторы, техник-осеменатор булып эшләй.
1957 йылда Насир Хөрмәт улы Камила Кашшафетдин ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Камила апай ҡәйнәһе Хәдиә инәй менән утыҙ биш йыл бер-береһенә терәк булып татыу йәшәйҙәр. Насир менән Камила Хәйбуллиндар 47 йыл татыу ғүмер кисереп өлгөрәләр. Камила апай ҡаты ауырыуҙан 2004 йылда вафат була.
Насир Хөрмәт улы бөгөнгө көндө ауылда йәшәй. Балалары ҡайтып ярҙам итеп торалар. Балалары ярҙамы менән баҡса тултырып еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә, умарта тота.
Насир ағай һәр саҡ хөрмәткә лайыҡ булды, ауылдаштары уны хөрмәт итә. Ул үҙе лә ярҙамсыл, ауылдаштарына кәңәшсе.