Йәмғиәт
11 Июня 2023, 05:00

Оҫта ҡулына күҙ теймәһен

11 июнь - Туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Оҫта ҡулына күҙ теймәһенОҫта ҡулына күҙ теймәһен
Оҫта ҡулына күҙ теймәһен

Ишембайҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ Эльмира Сафина егерме йылдан ашыу тегенсе булып эшләй.

“Атаһынан күргән уҡ юнған, әсәһенән күргән тун бескән”, тигән халҡыбыҙҙың матур мәҡәле бар. Аҙнай ауылы ҡыҙы Эльмира Сафина ла сигергә, бәйләргә, тегергә бала саҡтан өйрәнә.

1990 йылда Этҡол ауылы мәктәбен тамамлау менән, һис икеләнеүһеҙ, Салауат ҡалаһындағы “Сода” трикотаж әйберҙәр фабрикаһына эшкә урынлаша. Ошонда уҡ тәжрибәле тегенселәр ярҙамында был һөнәрҙең нескәлектәренә төшөнә.

- Балалар өсөн комбинезон, куртка, халаттар тегә инек. Тәүге көндәрҙе иҫкә алһаң, килеп сыҡмаған мәлдәр ҙә булды. Яғымлы, үҙ эшен яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эш рәтенә өйрәтеп ебәрҙе. Яңы немец ҡорамалдарында эшләнек, - тип хәтерләй Эльмира Сабит ҡыҙы.

1993 йылда ул Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы егете Абдулхай Хәйервара улы менән ғаилә ҡора. Тиҙҙән ғаилә башлығына эш урынынан Ишембайҙа фатир бирәләр һәм 1994 йылда йәш ғаилә бында күсеп ҡайта. Сафиндар ғаиләһендә бер-бер артлы улдары Салауат менән Алмаз тыуа. Улар икеһе лә юғары белемле. Салауат - Өфөлә банк хеҙмәткәре, Алмаз Ҡазан ҡалаһында дизайнер булып эшләй. Абдулхай Хәйервара улы ла хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшен ҡалдырмай.

Эльмира Сабит ҡыҙы Ишембайҙа төпләнгәс, бер аҙ ваҡыт һатыусы булып эшләп ала. 2003 йылда Ишембай трикотаж әйберҙәре фабрикаһына эшкә урынлаша һәм 19 йыл ошонда хеҙмәт итә.

- Коллективтан уңдым. Мастерҙар ҙа кешелекле булды. Көнөнә һәр тегенсегә норма бирелә ине. Яңынаняңы моделдәр уйлап сығарып торҙолар, продукция бай
булды, - ти Эльмира Сабит ҡыҙы.

Һуңғы бер йылда ул “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы “Аркада” фабрикаһында эшләй. Ә ошо көндәрҙә шул уҡ зонала асылған “ZASPORT” фабрикаһына урынлаша. Тәжрибәле хеҙмәткәр ҡайҙа эшләһә лә, коллективта тиҙ арала хөрмәт ҡаҙана, үҙ эшен намыҫлы атҡара.

- Эшеңде күңел һалып башҡарырға кәрәк, - ти тегенсе. – Арлы-бирле, минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе, тип түгел. Беҙҙең һөнәрҙә иғтибарлы, түҙемле булыу талап ителә. Был йәһәттән “ZASPORT” фабрикаһында эш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Яңы ҡорамалдарҙа тегәбеҙ. Тегеү машиналарының ниндәйе генә юҡ! Бында брендлы спорт кейемдәрен етештерәләр. Уны Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ Рәсәй йыйылма командаһы ла кейеп йөрөйәсәк. Фабрикаға тиклем автобуста йөрөтәләр, төшкө аш ашаталар. Ятаҡ та бар. Ишембайҙа ошондай заманса фабрика асылыуы бик ҡыуаныслы, әлбиттә.

Һөнәре Эльмира Сабит ҡыҙын ғүмере буйы оҙата бара, файҙа килтерә: тиҙ генә өйҙәге тегеү машинаһында ла кәрәк-яраҡ әйберҙәр тегеп ала ул.

- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан үҙемдең коллективты һәм дә етәкселекте ҡотлайым. Артабан да шулай матур-матур кейемдәр тегеп, бөтөн спортсыларҙы һөйөндөрөргә яҙһын, - ти Эльмира Сафина.


Фото “ZASPORT” фабрикаһы мәғлүмәт үҙәгенән алынды.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас